АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Июнь , 19:35

АФАРИН, ЯЙЫҠБАЙҘАР!

"Айыҡ ауыл"да ҡатнашып еңгән Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы, конкурс улар өсөн күптән тамамланһа ла, әле лә һис туҡтамай башҡаларға үрнәк булырҙай эштәр башҡара. Уларҙың әүҙем һәм өлгөр булыуына һоҡланып туймаҫлыҡ. Һуңғы көндәрҙә улар Киндер күлен кәртәләү менән мәшғүл.

АФАРИН, ЯЙЫҠБАЙҘАР!
АФАРИН, ЯЙЫҠБАЙҘАР!

--Түбәнге Яйыҡбай ауылының ир-егеттәре изге эшкә тотондо. Бына нисәнсе көн инде ауыл осондағы Киндер күлен кәртәләү эше бара. Был идея менән атайсалының киләсәге өсөн битараф булмаған ауылдашыбыҙ Рәүф Әмир улы Хамзин күптәнән янып йәшәй ине.
Бөтә ойоштороу эштәрен ул үҙ өҫтөнә алды. Бағана алып килеү, уны ултыртыу, уратып алыр өсөн кәрәкле таҡта, сөй һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы Рәүф Әмир улы үҙе хәстәрләй. Ауылдың ир-егеттәре Рәүфтең был теләген хуплап ҡаршы алды һәм эшкә бергәләп тотондо. Шөкөр, әлеге мәлгә бөтә бағаналар ҙа ултыртылды, ир-егеттәр күлде кәртәләргә сыға. Улар бөгөн иртән иртүк эшкә тотондо, ошо ваҡытҡа тиклем күлдең яртыһын кәртәләп тә ҡуйҙылар, был арала төшкөлөккә ауылдың ағинәйҙәре өмәлә ҡатнашыусылар өсөн самауыр ҡуйып тороп, мул сәй табыны әҙерләне,--тип яҙа социаль селтәрҙә түбәнге яйыҡбайҙар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: