Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Июнь , 13:50

БҮРЕБАЙҘАР АҒАС УЛТЫРТТЫ

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты инициативаһы менән ҡасабала ағас ултыртыу өмәһе ойошторолған. Улар ойошмаларға төрлө ағас үҫентеләре биргән һәм өмәгә саҡырған.

БҮРЕБАЙҘАР АҒАС УЛТЫРТТЫ
БҮРЕБАЙҘАР АҒАС УЛТЫРТТЫ

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты инициативаһы менән ҡасабала ағас ултыртыу өмәһе ойошторолған. Уларға һәр төрлө предприятие һәм ойошма коллективтары ихлас ҡушылған. Бүребай мәктәбе балалары ҡара ҡарағат үҫентеләре ултыртҡан. Уларҙы белем усағына комбинат биргән. Тимәк, тиҙҙән мәктәп уҡыусылары үҙҙәрендә үҫкән емеш компоты менән һыйлана аласаҡ.

Комбинат шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексына  йүкә үҫентеләре биргән. Ә электр селтәрҙәре йәмғиәте 120 пирамидаль тирәк, комбинаттың техник котроль бүлеге 65 тирәк ултыртҡан.

--Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына үҫентеләр биргәне һәм өмә ойоштороуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә бындай сараларҙан ситтә ҡалмаҫбыҙ. Яҡын арала беҙ стелланы яңыртырға, ҡойма ҡуйырға уйлайбыҙ. Бергәләшеп йәшәгән төйәгебеҙҙе матурларға әҙербеҙ,--ти Хәйбулла электр селтәрҙәре йәмғиәте начальнигы Рәжәп Туғыҙбаев.

Автор:Резеда Валиева