Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Июнь , 09:55

ҠЫЙЛАМАҒАН ЕРҘӘ ТАҘА БУЛА

Урғаҙа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, атап әйткәндә, Әлфиә Сөләймәнова, Рәшиҙә Раҡаева, Марина Мортазина, Кәримә Рәхмәтуллина, Фирүзә Теүәлбаева йыйылып, башланғыс класс уҡытыусыһы Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллина инициативаһы менән, сүп-сар контейнерҙары янын тәртипкә килтерҙе. Быға тиклем ул ауылды йәмһеҙләп, ҡыйҙары туҙырап ята ине. Таҙалаған ерҙә түгел, ҡыйламаған ерҙә таҙа, тиҙәр. Был әйтем менән килешәм. Зинһар, ауылдаштар, яғып булырҙай ҡыйҙарҙы яғығыҙ. Ә ҡалған сүп-сарҙы тоҡтарға, пакеттарға тейәп, башын ябып, бәйләп контейнерға һалығыҙ! Йәшәгән еребеҙ таҙа булһа, үҙебеҙгә яҡшы түгелме һуң? Һеҙҙең ҡыйҙы кем йыйып, ауылды тәртиптә тотор тип өмөтләнәһегеҙ? Һәр кем таҙалыҡҡа үҙе өлөш индерергә тейеш. Тәртипте үҙебеҙҙән башлайыҡ! Йә беҙ ҡыйҙы еңәбеҙ, йә ҡый беҙҙе еңә. Зинһар, ҡый өйөмө араһында йәшәмәйек!

ҠЫЙЛАМАҒАН ЕРҘӘ ТАҘА БУЛА
ҠЫЙЛАМАҒАН ЕРҘӘ ТАҘА БУЛА

 

Ә контейнер янын таҙалаусы ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Сауаптары насип булһын!

Фәриҙә Исмәғилева.

Баймаҡ районы Сосновка ауылы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: