Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре экологик инициатива күрһәтте. Улар Хәйбулла районы биләмәһендә аҡҡан Таналыҡ йылғаһына 1200 килограмм төрлө ваҡ балыҡтар ебәрҙе.
--Йылғаға балыҡ ебәреү--комбинаттың экологик программаларының береһе. Беҙ бер нисә йыл дауамында төбәктең экологияһын яҡшыртыу йүнәлешендә эшләйбеҙ. Ағастар ултыртабыҙ, рекультивация эшләйбеҙ, тәбиғәтте һаҡлау тәңгәлендә ациялар ойошторабыҙ. Бынан тыш, даими рәүештә һыуҙың сифаты буйынса мониторинг үткәреп торабыҙ. Ә кисә Таналыҡ һыуһаҡлағысына тоннанан ашыу балыҡ ебәрҙек. Киләсәктә лә был юҫыҡта эшләйәсәкбеҙ,--ти предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев.
Балыҡтарҙың үлән менән туҡланыусы төрҙәре һайлап алынған. Уларҙы һыу ятҡылығын таҙартыусы ла булып тора. Әлеге балыҡтарҙың һәр береһе 150 грамм тарта, әммә ҙурайһалар 30 килограмм йә иһә унан да ауырыраҡ булыуҙары ихтимал. Балыҡ тоторға яратыусыларҙың уларҙы тотмауҙары, үрсергә ирек биреүҙәре кәрәк.
Балыҡ ебәреү сараһында Бүребай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары ла ҡатнашҡан, ҡыҙыҡһынып күҙәткән.