Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Июнь 2023, 16:40

Таңдан тороп ҡаланы таҙалайҙар

Йәй – ял итеү осоро ғына түгел, ремонт уҙғарыу өсөн дә уңайлы мәл. Көндәр эҫе һәм ҡоро торғанда Сибай ҡалаһының юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы эшселәре ҡала юлдарын тәртипкә килтерә: соҡорҙарҙы ямай, үлән саба, ағастарҙы ҡырҡа.

Таңдан тороп ҡаланы таҙалайҙар
Таңдан тороп ҡаланы таҙалайҙар

 

Көндәр йылыныу менән ҡалала төҙөкләндереү эштәре башлана. Иң беренсе сиратта юлдар рәткә килтерелә. Быйыл Сибайҙа юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре 20 мартта уҡ башланды. Йәй иһә идаралыҡ эшселәре ҡаланы төҙөкләндереү менән булыша.

 

Сибайҙар йыл һайын "Экология" милли проектына ярашлы уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Идаралыҡтың йәшелләндереүселәр бригадаһы эшселәре яңы ултыртылған үҫентеләргә һыу һибә, улар ергә ерегеп китһен өсөн тырыша. Кәрәк саҡта махсус транспорт менән һыу ташып ҡоя. Һыу ҡойолғас, ул урындарҙа үлән дә шәп үҫә. Янғын һағы хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы. Йәшел биләмәләрҙә һәр ваҡыт үлән сабылып тороға тейеш. Сөнки ҡоро үләнгә осҡон эләкһә, ут сығыуы ихтимал.

 

Сибай ҡалаһының юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы эшселәре иртәнге сәғәт 4-тә үк сменаға сыға һәм башҡалар эшкә барғанда ҡала бөхтә булһын өсөн тырыша. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға 6 эшсе йәлеп ителгән. 9 кеше үлән саба һәм 3 эшсе юлдарға билдә һала. Бынан тыш ҡала урамдарын махсус техника һеперә һәм йыуа. Дөйөм алғанда Сибайҙың тышҡы йөҙөн матурлауға һәи төҙөкләндереүгә көндә 30 кеше тырышлыҡ һала. Урында 60 мең кеше йәшәүҙе иҫәпкә алһаҡ, был һан бик аҙ. Әммә уларҙың эше ҙур һәм кәрәкле. Булғандың ҡәҙерен беләйек һәм эшселәр булдырған матурлыҡты, таҙалыҡты, уңайлыҡтарҙы һаҡлайыҡ.

*

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: