Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Ноябрь 2022, 15:05

Ҡоралай әрәм булған

8 ноябрҙә Баймаҡ районында Башҡортостандың һунарсылар ассоциацияһы ағзаһы Алексей Пономаренко ата ҡоралайҙы күреп ҡалған.Йәнлек кешенән ҡасырға уйламаған һәм һунарсы хатта уны ҡыҫҡа видеоға ла төшөргән. Ҡоралайҙың ауыҙынан күбек сыҡҡанын күргәс, уның был сәйер ҡылығы ниндәйҙер сир менән бәйле, тигән фараз яһаған. Был турала «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Экология министрлығынан хәбәр иткәндәр.

Ҡоралай әрәм булған
Ҡоралай әрәм булған


Һунарсылар ассоциацияһы вәкилдәре, ветеринар һәм дәүләт һунарсылыҡ инспекторы ҡоралайға ярҙам кәрәкме, юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн урынға юлланған. Күпмелер ваҡыттан һуң улар йәнлекте үле килеш таба. Йәнлектән тикшереү өсөн ҡан алынған. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһында аңлатыуҙарынса, быға оҡшаш осраҡтар Ҡурған өлкәһендә йышайған, унда ҡоралайҙың үлеме менән прокуратура ла ҡыҙыҡһынған. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ошондай осраҡ теркәлгән. Һығымталар ветеринария тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса яһаласаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт:«Башинформ» агентлығы.
 
Автор:Гульдар Кадаева