Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Сентябрь 2022, 08:15

БЕРГӘЛӘП АҒАС УЛТЫРТАЙЫҠ!

Акция 24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем уҙғарыла.

БЕРГӘЛӘП АҒАС УЛТЫРТАЙЫҠ!
БЕРГӘЛӘП АҒАС УЛТЫРТАЙЫҠ!

«Йәшел Башҡортостан» акцияһын уҙғарыу күркәм йолаға әүерелде. Быйыл ул 24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем уҙғарыла. Акция барышында республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында өмәләр ойошторола. Бынан тыш, тораҡ пункттарҙа 47 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.

«Өфөнө билдәләп үтергә теләйем. Баш ҡалабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан – Өфө» сайты булдырылды, унда халыҡ ҡаланы йәшелләндереү процесына ҡушыла, ағас ултыртыу урындары тураһында үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. 500-ҙән ашыу ғариза килгән дә инде. Интерактив картала бынан алдараҡ ултыртылған йәшел үҫентеләр тураһында мәғлүмәт бар. Беҙ һәр муниципалитетта ошондай сайттар эшләргә тәҡдим итәбеҙ», – тине Ирина Голованова.

Шул уҡ ваҡытта республика «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уҙған акцияла 60 меңгә яҡын ағас ултыртылған. 

 

Мәғлүмәт БАШИНФОРМдан алынды.

 

фото: vsegda-pomnim.com

Автор:Резеда Валиева