Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Август 2022, 15:35

ӨҪТӨНЛӨКЛӨ ПРОЕКТ

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Сибай карьерында рекультивация эштәре башҡарыу буйынса әҙерләнгән «Гео Генезис» проекты өҫтөнлөклө инвестицион проекттар исемлегенә ингән. Планға ярашлы инвестиция күләме 1,3 млрд һумды тәшкил итә. Проект уңышлы бойомға ашырылһа, 100 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Эксперттар билдәләүенсә, проект Урал аръяғы экологияһы өсөн бик мөһим. Рекультивация барышында боҙолған ер майҙаны кәмейәсәк, техноген янғындар хәүефен булдырмаҫҡа булышлыҡ бирә. Шулай уҡ тау сәнәғәте ҡалдыҡтарынан файҙалы компонентарҙы алыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү производствоһы төҙөү ҡарала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Гео Генезис» компанияһы үҙ технологияһын Учалы карьерын рекультивациялауҙа ҡулланды. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Компанияның генераль директоры Антон Зубков былай тип белдерә:

 «Теперь хотим приступить к рекультивации Сибайского карьера и получить разрешение на строительство опытно-промышленного производства комплексной переработки отходов в концентраты. То есть из старых, накопленных ещё с советских времен хвостохранилищ мы можем извлечь полезные элементы, а главное — вывести из них токсичные отходы и вернуть промышленным землям первоначальный вид».

Республика Башлығы Радий Хәбиров та был инициативаны кәрәкле һәм мөһим тип иҫәпләй.

Автор:Резеда Валиева