АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Август 2022, 11:00

АКЦИЯНАН СИТТӘ ҠАЛМАЙЫҠ

Эко-акцияла 47 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 14 мең бейек ағас ултыртыу планлаштырыла.  

АКЦИЯНАН СИТТӘ ҠАЛМАЙЫҠ
АКЦИЯНАН СИТТӘ ҠАЛМАЙЫҠ

3 сентябрҙән 1 октябргә тиклем илебеҙҙә «Йәшел Рәсәй» акцияһы үтәсәк, унда Башҡортостан әүҙем ҡатнашырға әҙерләнә. Өмә ике этапта үтә.

Беренсе этапта, 3 сентябрҙән 17-нә ҡәҙәр, ҡала-ауылдар сүп-сарҙан таҙартыла. Һәр шәмбе, йәки 3, 10 һәм 17 сентябрҙә, муниципалитеттарҙа махсус ойошмаларҙы йәлеп итеп, беркетелгән биләмәләрҙә өмәләр үткәрелә, юлдар, парктар, скверҙар һәм ихаталар тәртипкә килтерелә.

24 сентябрҙән 8 октябргәсә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. 24 сентябрь — Берҙәм көн.

«Был көндө республика халҡы ҡатнашлығында «Йәшел Башҡортостан» акцияһын үткәрәбеҙ, күмәк көс менән йәмәғәт биләмәләрен һәм ихаталарҙы таҙартабыҙ, бейек ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртабыҙ. Акция 8 октябргә тиклем дауам итә», — тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көҙгө эко-акцияла 8,5 меңдән ашыу махсуслаштырылған ойошманың һәм 2,5 меңдән күберәк берәмек техниканың ҡатнашыуы, 47 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 14 мең бейек ағас ултыртыу планлаштырыла.

 

Мәғлүмәт Башинформдан алынды.

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева