АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Август 2022, 16:15

ТАШ КҮРЕНҺӘ, ИЛА...

Был таштарҙың һыу өҫтөнә сығып күренеүе аслыҡ яҡынлашыуын хәбәр иткән. Әлеге көндә таштар өҫтә. Уларҙың береһенә 1616 йылда: «Был ташты күрәһең икән, ила» тип яҙылған.

ТАШ КҮРЕНҺӘ, ИЛА...
ТАШ КҮРЕНҺӘ, ИЛА...

Европалағы һыу кимәле бик ныҡ кәмегән. Чехия, Нидерланды һәм Германиялағы «ас таштар» ҙа күренгән.

Урта быуаттарҙа был таштарҙы һыу кимәлен үлсәү өсөн ҡулланғандар һәм уларҙың һыу өҫтөнә сығып күренеүе аслыҡ яҡынлашыуын хәбәр иткән. Әлеге көндә таштар өҫтә. Уларҙың береһенә 1616 йылда: «Был ташты күрәһең икән, ила» тип яҙылған.

 

Ә бына Сербияла Дунайҙың һайығыуы арҡаһында Икенсе донъя һуғышында батҡан немец караптары килеп сыҡҡан.

Алыҫ китәһе түгел, беҙҙең тарафтарҙа ла бәләкәй йылғалар ҡороп бөттө. Һаҡмар ҙа бик ныҡ һайыҡты.

Автор:Резеда Валиева