Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Июнь 2022, 19:05

СЫЛТЫРАП АҠҺЫН ШИШМӘЛӘР

Рафиҡовтар һәм Ҡарабаевтарҙың тырышлығы менән асылған шишмәләр тәбиғәттең бик күркәм ерендә урынлашҡан. Ике яҡлап тауҙар һуҙылһа, инеш еректәр, ҡайындар араһынан урғылып сыға. Бында матур-матур сәскә-үләндәр— ҡырағай ирис, алтынбаш, елбәгәй, ҡаҙаяҡ, селек, ҡуҙғалаҡ һәм башҡалары үҫә. Йәйен тау итәгендә еләк, муйыл йыйырға була. Уйлап ҡараһың: үҙе бер ожмах! Ҡул һуҙымындағы, аяҡ аҫтындағы йәннәтте нисек һаҡламайһың инде?!

СЫЛТЫРАП АҠҺЫН ШИШМӘЛӘР
СЫЛТЫРАП АҠҺЫН ШИШМӘЛӘР

5 июнь—Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө

Календарҙа шундай матур көн бар: 5 июнь—Бөтә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө. Эйе, бер генә көн түгел, беҙҙе туйындырыусы, йылытыусы, ошо хозур ерҙә бар итеп йәшәтеүсе тәбиғәтте көн дә ҡурсаларға тейешбеҙ. Әммә айырым дата итеп билдәләнгән икән, тимәк, ныҡлы иғтибар бүлергә саҡыралар.

Тәбиғәтебеҙ йылдан-йыл үҙ матурлығын юғалта бара. Климаттың үҙгәреүе, ямғырҙар яумауы, янғындар сығыуы оло хәсрәт булһа, кешелектең вайымһыҙлығы—үҙе бер бәлә. Ошо вайымһыҙлыҡҡа битараф ҡала алмаған киң күңелле, оло йөрәкле, иртәгәһен ныҡлап уйлаған замандаштарыбыҙҙың булыуы һөйөндөрә. Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында йәшәүсе Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар, Ләлә һәм Фәрит Рафиҡовтар үҙҙәре ниәт итеп ауыл янындағы инештәрҙе таҙаларға сыҡҡан.

—Бынан ун йыл самаһы элек ауыл янынан үткән йылғаға тирә-яҡтан шишмәләр килеп ҡушыла ине. Яйлап улар юҡҡа сыҡты, йылғабыҙ ҙа тулылығын юғалтты, бер заман бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Уҙған йыл Урал арїяғында янғындар күп сыҡты, ут һүндерерлек тә һыуҙың булмауы—ҡот осҡос хәл ине. Шул саҡ электән күңелде өйкәп торған уй—шишмәләрҙе таҙартыу хыялы тынғылыҡ бирмәй башланы. Быйыл, ниһайәт, ошондай уҡ теләктәре булған ауылдаштарыбыҙ Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар ғаиләһе менән инештәрҙе таҙаларға сыҡтыҡ.  Тәүҙә Күсәк тауы янындағы шишмәне астыҡ. Бөтөнләй күмелеп бөткән ине. Башта ниндәйҙер еҫ сыҡҡандай ине, аҙаҡ асылып, таҙарып китте. Ошо шишмәне таҙалағандың иртәгәһенә ямғыр яуҙы. Эй, ҡыуандыҡ инде. Унан Эреташ аҫтындағы инешкә барҙыҡ. Бөгөн тағы бер шишмәне таҙаланыҡ,—тип һөйөнә Ләлә һөйөндөк ҡыҙы Рафиҡова.

Әйткәндәй, Ҡарабаевтар үҙ балалары янына 10 бала алып тәрбиәләүсе өлгөлө ғаилә. Беҙ барған көндө Ильяс, Илназ, Руфина, Карина, Регина ата-әсәһенә ихлас ярҙам итә ине. Кемеһелер көрәк, кемеһелер тәпке тотҡан. Ололарҙың әйтеүен дә көтмәй, йүгереп йөрөп ерҙе соҡоп, шишмәгә юл астылар. Киләсәктә был инештәрҙе улар кәртәләп ҡуйырға ла ниәт итә. Бәлки, ауыл халҡы ла ҡушылыр, тигән өмөттә улар.

Рафиҡовтар һәм Ҡарабаевтарҙың тырышлығы менән асылған шишмәләр тәбиғәттең бик күркәм ерендә урынлашҡан. Ике яҡлап тауҙар һуҙылһа, инеш еректәр, ҡайындар араһынан урғылып сыға. Бында матур-матур сәскә-үләндәр— ҡырағай ирис, алтынбаш, елбәгәй, ҡаҙаяҡ, селек, ҡуҙғалаҡ һәм башҡалары үҫә. Йәйен тау итәгендә еләк, муйыл йыйырға була. Уйлап ҡараһың: үҙе бер ожмах! Ҡул һуҙымындағы, аяҡ аҫтындағы йәннәтте нисек һаҡламайһың инде?!

Сер түгел: арабыҙҙа тирә-яҡты һаҡлауға бер минут та ваҡытын бүлмәгән әҙәмдәр бар, йәнәһе тәбиғәтте таҙалау—уның бурысы түгел. Ә кемдеке һуң? Ошо ерҙә үҙебеҙ, балаларыбыҙ йәшәй түгелме? Күптәр ололарҙың: «Ахырызаман етһә, һыу алтындан ҡиммәт булыр»,—тигәнен ишеткәне барҙыр. Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, һыуҙы алтындан ҡиммәт күреп ҡәҙерләйек, йылға, урмандарыбыҙҙы бысратмайыҡ!

 

 

Автор:Резеда Валиева