АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Март 2022, 15:40

ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ

Ҡаҫмарт йылғаһында яңғыҙ аҡҡош йөҙә. Уна ауыл халҡы ашата...

ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ
ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ

 

Социаль селтәрҙә ҺӘҘИӘ ФӘТХУЛЛИНА былай тип яҙа:

--Ейәнсура районы Үтәғол ауылы янындағы Ҡаҫмарт йылғаһына яңғыҙ аҡҡош килеүен яҙғайнылар. Туңмаған ҽрҽндә йөҙөп йөрөй, ауыл кҽшҽләрҽ көндөҙ ашаталар, төнөн уны юҡ итҽп ҡуймаһындар тип хафаланалар. Уның яҙмышы өсөн борсолоп йөрөй торғас, күңелдә ошо шиғыр тыуҙы.

Минең әсәйҽм дә яңғыҙы ауыл шарттарында йәшәнҽ, мин йәлләп, уға ҽңҽллҽк килтҽрҽргә тырыштым: бала ғына булһам да колхоз эштәрҽнә ҽгҽлдҽм (сҽнаж, силос, бҽсән әҙҽрләүҙә, япраҡ бәйләүҙә ҡатнаштым, хатта фҽрмала һыйыр һауыштым, һарыҡ көтөштөм). Шул аҡҡош әсәйҽмдҽң яңғыҙлыҡтағы ауыр тормошон һәм ҡыйынлыҡтарға бирҽшмәйҽнсә, йыр-моң мҽнән күңҽлҽн йыуатып йәшәгәнҽн хәтҽрләттҽ. Ауыр тупрағы ҽңҽл, йәнҽ йәннәттә булһын, амин.

Ҡаҫмарт йылғаһында яңғыҙ аҡҡош
Йөҙөп йөрөй һыуҙа булып аҡ ҡот,
Шунда йәшәүсҽгә өҫтәп йәмдәр —
Һирәк була ҽрҙә бындай хәлдәр.
Иптәшҽн ул көтә, эҙләй һаман.
Яңғыҙлыҡ бит— бәхҽтһҽҙлҽк яман.
Күңҽл яраларын булмай ямап,
Уратҡан бит уны һағыш ялмап.
...Яңғыҙ донъя көткән әсәй гҽнәм
Кинәт кҽнә минҽң иҫкә төштө:
Яңғыҙ аҡҡош — әсәй хәтирәһҽ —
Янар ҡуҙҙай йөрәгҽмдҽ өттө.

Һәҙиә Фәтхуллина.

Автор:Резеда Валиева