АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Февраль 2022, 17:05

Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!

Сибай ҡалаһы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының “Күбәләк” өлкәндәр төркөмө тәрбиәселәре Рәзифә Иҙрисова, Гөлшат Тулыбаева менән берлектә “Экология” милли проекты сиктәрендә бик ҙур эш башҡара. Иң беренсе нәүбәттә ҡоштарҙы ашатыуға ҙур иғтибар бүлә.

Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!
Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!

Ҡыш көнө ҡоштарға аҙыҡ табыуы бик ҡыйын. Шуға күрә, көндә урамға саф һауаға уйнарға сыҡҡанда тағараҡтарға ем, көнбағыш, икмәк валсыҡтары һала. Әйткәндәй, балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләшеп экологик мәҙәниәт дәресендә ағастарға тағараҡ эшләп элеп ҡуйған. Ҡыҙҙар-малайҙар кескәй дуҫтарының ҡыштың ҡаты һалҡындарын бирешмәй үткәреүен теләй. Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар булыуын балалар яҡшы аңлай. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа улар ҙур роль уйнай, ҡоротҡостарҙы бөтөрә, урман-баҫыуҙарҙы һаҡлай. Улар шулай уҡ ҡоштар тураһында мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр, һынамыштар тыңларға ла ярата.

Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, бөгөн ҡоштар күпләп йорт тирәләй йыйылһа, әсе һыуыҡтар башлана. Ҡарабаш турғайҙар иһә һыҙғырһа--көн аяҙ, сыйылдаһа--төндә әсе һыуыҡ, тағараҡ янынына күп ҡарабаш турғайҙар йыйылһа--бурандар һәм ҡар яуыуы көтөлә.

Нисек кенә булмаһын, һалҡын ҡыштарҙы еңеллек менән сыҡһын өсөн ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!

 

Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!
Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!
Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!
Автор:Гульдар Кадаева