Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар 2022, 14:10

Завод эшен туҡтатты

Сибай ҡала хакимиәтендә илленән ашыу кеше йыйылып, «Уралпромтехсервис» предприятиеһының эшмәкәрлегенә бәйле килеп тыуған экология мәсьәләһен тикшерҙе. Уҙған йыл аҙағынан бирле халыҡ завод янында ҡарҙың һары төҫтә булыуына, ҡырҡыу еҫ сығыуға зарланды.

Завод эшен туҡтатты
Завод эшен туҡтатты

Йыйылышта Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, Башҡортостан Республикаһы экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Вадим Бастанов, «Уралпромтехсервис» йәмғиәнтенең баш инженеры Михаил Миногин ҡатнашты. Предприятие вәкиле белдереүенсә, 7 ғинуарҙан алып 14 ғинуарға ҡәҙәр лигносульфонат киптереү линияһы үҙ эшен туҡтатҡан. Был линияла фильтр ҡоролмалары яңыртыла һәм өҫтәмә таҙартыу ҡорамалдары урынлаштырыла.

Шулай уҡ атмосфераға сығарылған газдарҙы таҙартыуҙың өҫтәмә алымдарын ҡулланыу күҙаллана. Фильтрҙар яңыртылғандан һуң экологтар газ таҙартыу ҡорамалдары эшенең эффектын тикшерәсәк, әгәр ҙә был осраҡта етешһеҙлектәр асыҡланһа, өҫтәмә саралар күреләсәк.

Сибайҙар предприятие ҡалдыҡтарының кеше сәмәләмлеге өсөн зыянлы булыуға зарланды. Башҡортостан Республикаһы экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Вадим Бастанов белдереүенсә, хәл айырым контролдә тотола.

Ҡарҙан алынған пробалар тикшереүгә ебәрелгән. Уның һөҙөмтәләре билдәле булһа, экологик хәүефһеҙлеккә йүнәлтелгән барлыҡ саралар күреләсәк.

Рөстәм Әхмәткәрим улы сараға килеүселәргә ҡала тормошона битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ аҙна һайын граждандарҙы ҡабул итеүен, унда һәр теләгән кеше килә алыуын, социаль селтәрҙәрҙә аралашыуға асыҡ булыуын еткерҙе. «Уралпромтехсервис» йәмғиәте ҡорамалдарын яңыртып бөткәс унда махсус тикшереүҙәр үткәреләсәген әйтте. Пандемияға бәйле сикләүҙәр бөтөрөлгәс тә халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуҙы тергеҙәсәген дә белгертте.

Башлыҡ һүҙҙәренсә, «Уралпромтехсервис» йәмғиәте фильтр ҡорамалдарын яңыртып, күҙәтеү органдары тикшеренеүҙәрен үтеп, ҡалдыҡтар кеше сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырмауын иҫбатлағас ҡына эшмәкәрлеген тергеҙәсәк.

Завод эшен туҡтатты
Завод эшен туҡтатты
Автор:Гульдар Кадаева