Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Ноябрь 2021, 11:00

Һауа торошон күҙәтәләр

Сибай ҡалаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә быйыл тиҫтәнән ашыу проект тормошҡа ашырылды.

Һауа торошон күҙәтәләр
Һауа торошон күҙәтәләр

Ҡаланың “Аленушка” балалар баҡсаһында метеостанция барлыҡҡа килде. Ул мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы биләмәһе уртаһында урынлашҡан. Кескәйҙәр бында күп нәмәне танып белә: һауа температураһын, атмосфера баҫымын үлсәй, елдең йүнәлешен билдәләй, яуам-төшөмдө күҙәтә. Уларға айырыуса тәҙрәлә болотто тотоу процессы оҡшай. Ҡатлы-ҡатлы, өйөрмәле, ауыр болоттарҙың торошон билдәләргә махсус карта ярҙам итә. Станцияла балалар тирә-яҡ мөхиттең серҙәренә төшөнә, тәбиғәтте һаҡларға һәм уның торошон күҙәтергә өйрәнә. Яңылыҡҡа балалар менән ҡуша педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә һөйөнә.

--Беҙҙең күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты: балалар баҡсаһы биләмәһендә өр-яңы метеомайҙансыҡ барлыҡҡа килде. Бындай мөмкинлеккә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып конкурста еңеп сығыу һөҙөмтәһендә ирештек. Хәҙер балалар тышҡа уйнарға сыҡҡанда төрлө ҡоролмалар ярҙамында һауа торошон, тирә-мөхиттең үҙгәрешен күҙәтә, -- ти инициатив төркөм рәйесе Элина Шаһиғәлина.

Метеостанция барлыҡҡа килгәндән алып кескәйҙәрҙең тирә-яҡ мөхитте танып белеүгә, тикшеренеүҙәр уҙғарыуға ҡыҙыҡһыныуы артҡан. Хәҙер улар балалар баҡсаһына уйнарға түгел, күҙәтеүҙәр һәм эскперименттар аша яңы асыштар яһар өсөн ашҡынып бара.

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева