АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Октябрь 2021, 11:25

АУЫЛЫМА ЙӘМ БИРҺЕН

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе пенсионерҙар Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтарҙы үҙ ауылында экологик өмә үткәреүсе булараҡ беләләр ине. Хәҙер улар ағас ултыртыуҙы ла үҙ иңенә алған...Быйыл яҙ улар йорттарына яҡын тау битләүен кәртәләне. Бөгөнгө көндә бында 138 төп ҡарағай, 38 төр ҡайын, 3 уҫаҡ, 3 энәлек, 5 төп алма һәм груша ултыртылған.

АУЫЛЫМА ЙӘМ БИРҺЕН
АУЫЛЫМА ЙӘМ БИРҺЕН

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе пенсионерҙар Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтарҙы үҙ ауылында экологик өмә үткәреүсе булараҡ беләләр ине. Хәҙер улар ағас ултыртыуҙы ла үҙ иңенә алған...

Фәйзрахман Усмановты "Таҙа Һаҡмар" акцияһы инициаторы булараҡ күптәр белә. Бына инде күп йылдар ғаиләһе менән Һаҡмар ярҙарын таҙалай, урман буйҙарынан сүп-сар йыйып махсус сүплеккә түгәләр.

Быйыл яҙ улар йорттарына яҡын тау битләүен кәртәләне. Бөгөнгө көндә бында 138 төп ҡарағай, 38 төр ҡайын, 3 уҫаҡ, 3 энәлек, 5 төп алма һәм груша ултыртылған.

- Әле урын күп әле, ауыл тәбиғәтенә, экологияға битараф булмаған ауылдаштарҙан ағас үҫентеләре көтәбеҙ. Бәлки, килеп ҡушылыусы ла табылыр,--тип өмөтләнә Усмановтар.

Әйткәндәй, ғаилә башлығына 72 йәш, ҡатынына--67.

Ололарҙан үрнәк алыусы табылырмы? Ҡушылыусылар булырмы?

Автор:Резеда Валиева