АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Октябрь 2021, 16:15

Ҡалаға өҫтәр биҙәк

Республика көнө алдынан Сибай ҡалаһында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтте. Был юлы ике урында йәшел биләмә барлыҡҡа килде.

Ҡалаға өҫтәр биҙәк
Ҡалаға өҫтәр биҙәк

"Ҡурай" балалар баҡсаһы янында "Баласаҡ" аллеяһы хасил булды. Бында мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы коллективы, тәрбиәләнеүселәр, ата-әсәләр 29 төп ҡарағай ултыртты. Ағастарҙы"Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы етәкселеге бүлгән. Хужалыҡ эшселәре йәш үҫентеләргә ҡойор өсөн һыу ҙа алып килде.

Ҡала хакимиәте етәкселеге, ҡала Советы депуттары, алтын туйҙарын билдәләүсе, яңы ғына ғаилә ҡороусы йәштәр ЗАГС биләмәһенә ағастар ултыртты. Уларға шулай уҡ грек-рим көрәше буйынса олимпия чемпионы, алты тапҡыр Европа чемпионы Алексей Мишин, Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы көрәшселәре ҡушылды. Ғаилә йылылығы, балалар шатлығы-ҡыуаныстар ҡушып ултыртылған ағастар ҡалабыҙ урамдарына айырым биҙәк өҫтәренә шик юҡ.

Ҡалаға өҫтәр биҙәк
Ҡалаға өҫтәр биҙәк
Автор:Гульдар Кадаева