АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Сентябрь 2021, 11:30

Миләш, ҡарағастар биҙәй ҡалабыҙ урамдарын

Сентябрь аҙағында республикабыҙҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды”. Матур йолаға әүерелгән был сара барышында төбәгебеҙ биләмәләренә төрлө-төрлө ағас үҫентеләре ултыртылды.

Миләш, ҡарағастар биҙәй ҡалабыҙ урамдарын
Миләш, ҡарағастар биҙәй ҡалабыҙ урамдарын

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы йылдан-йыл күләмле, халыҡ иң әүҙем ҡушылған сараға әйләнә бара. Алтын көҙҙә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр эргә-тирәһендәге биләмәләрҙе йәшелләндереү маҡсатында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултырта. Ҡала урамдарында ылыҫлы ағастарҙан тыш, тәлгәштәре күҙҙең яуын алған миләштәр һәм һомғол ҡарағастар биҙәй башланы. Сибайҙа һәр йылдағыса күләмле сарала мәғариф идаралығы коллективтары әүҙемлек күрһәтте.

--Акцияға ҡушылыуҙың өҫтөнлөктәре бик күп. Беҙ иң беренсе сиратта балаларҙы тәбиғәт менән һаҡ ҡыланырға өйрәтәбеҙ. Икенсе яҡтан эргә-тирәбеҙҙе йәшелләндерәбеҙ. Әле беҙ мәктәп яны территорияһына ҡарағастар һәм алмағастар ултырттыҡ. Ҡарағас белем биреү поцесында бик кәрәкле практик материал да. Тирә яҡты өйрәнеү фәнендә, мәҫәлән ылыҫлы ағастарҙы үтәбеҙ. Гимназия биләмәһендә ағастарҙың был төрөнә ҡараған шыршы, ҡарайғайҙар үҫә. Ә ҡарағастар юҡ ине. Ҡарағас төбәгебеҙҙә ылыҫын һипкән берҙән-бер ағас. Быға ҡәҙәр дәрестә балаларға ағастың был үҙенсәлеген һүҙ менән генә аңлатһаҡ, хәҙер уның янына алып барып тороп күрһәтә алабыҙ,-- ти Сибай ҡалаһы гимназияһы директоры Ирина Варламова.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһының мөһимлеген мәктәп уҡыусылары ла яҡшы аңлай. Улар кес кенә йәштән ағастарҙың еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны, һауаны зыянлы матдәләрҙән таҙартыусы ла булыуын белеп, аңлап үҫә.

— Минеңсә, бындай акция уҙғарыу бик мөһим. Тәбиғәтһеҙ йәшәү юҡ. Шуға күрә беҙ уны һаҡларға, хәстәрләргә, әйләнә-тирәбеҙҙе ҡайғыртырға тейешбеҙ. Кешеләргә әйтер һүҙем шул: тәбиғәтте һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға еткерәйек,-- тине «Ирәндек» лицейы уҡыусыһы Алина Әлибаева.

Акция 5 октябргә ҡәҙәр дауам итә. Сараға һәр кем ҡушылып тирә-яҡты йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала. “Йәшел Башҡортостан” акцияһынан тыш ҡаланың төрлө учреждение, предприятие хеҙмәткәрҙәре Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан дөйөм ҡала өмәһенә сыҡты. Ҡалалаштар үҙ биләмәләрен таҙартып, сүп-сар сығарҙы, тирә-яҡта тәртип булдырҙы.

Миләш, ҡарағастар биҙәй ҡалабыҙ урамдарын
Миләш, ҡарағастар биҙәй ҡалабыҙ урамдарын
Автор:Гульдар Кадаева