Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Август 2021, 09:00

Ҡағыҙҙы аҡсаға әйләндерәләр

 “Экология” милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһында икенсе сеймал ҡабул итеү пункты асылғандан бирле күптәр сүп-сар менән дә аҡса эшләп булыуға инанды.

Ҡағыҙҙы аҡсаға әйләндерәләр
Ҡағыҙҙы аҡсаға әйләндерәләр

Макулатура булып ҡатырға һәм ҡағыҙ ғына түгел, бөтә төр моҡсайҙар, әйбер тыштары, аяҡ кейеме ҡумталары ла иҫәпләнә. Ҡағыҙ ҡалдыҡтарын йыйыу экологик йәһәттән отошло булһа, һуңғы арала күптәргә килем алыу сараһы ла булып тора. Бигерәк тә йәйге каникул осоронда балалар әүҙемләшеп, кәрәк-яраҡтарына аҡса йыйҙы. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: хәҙерге көндә ҡалабыҙҙа икенсел сеймалды ойошмалар ҙа тапшырыуға әүәҫләнеп алды.

--Беҙ ябай халыҡ менән генә түгел, шәхси эшҡыуарҙар, юридик берәмектәр менән тығыҙ эшләйбеҙ. Сеймал ҡабул итеү пунктына һәр кем ҡағыҙ ҡалдыҡтары йыйып алып килә ала. Ҡағыҙ ғына түгел ҡумта, әйберҙәр тыштарын да беҙ ҡабул итәбеҙ. Ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн асылғас, был йәһәттән беҙҙең ишектәр һәр ваҡыт асыҡ,-- ти «Экосити» компанияһы етәксеһе Раян Муллабаев. --Беҙҙең пункт Белов урамы 3/1 адресында урынлашҡан. Ҡалдыҡтарҙы көн һайын иртәнге 00.09 сәғәттән киске 18.00 сәғәткә ҡәҙәр тапшырырға мөмкин.

 

Йыйып алған ҡағыҙҙарҙы ойошма эшселәре беренсел кимәлдә йыйнап, артабан эшкәртеү өсөн төрлө ҡалаларға йүнәлтә. Мәҫәлән, ҡатырға Учалыға оҙатыла, ҡағыҙ Силәбегә китә, ә бына пленканы компания урында үҙаллы эшкәртә.

Макулатураны эшкәртеү ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта файҙалы эш. Был процесс тупраҡ һәм һауаның бысраныу коэффициентын кәметә. Икенсел сеймалды йыйып тапшырыусылар тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартып ҡына ҡалмай, йылдар буйы серемәй, таралҡалмай ятҡан ҡый-һайҙан да ҡотолдора.

#нацпроекты#миллипроекттар#экология

Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева