АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Июль 2021, 16:00

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ

Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһы ғына түгел, тотош Урал аръяғы халыҡы тирә-яҡты төтөн баҫып алыуға зарланды. Бындай күренеш күрше Силәбе өлкәһендә тотош ауылдар янғанлыҡтан хасил булды.

Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһы ғына түгел, тотош Урал аръяғы халыҡы тирә-яҡты төтөн баҫып алыуға зарланды. Бындай күренеш күрше Силәбе өлкәһендә тотош ауылдар янғанлыҡтан хасил булды.
Сибайҙар көндөң йонсоулығы күкте ялмап алған болоттарҙа ғына түгеллеген шундуҡ аңланы. Төтөн аша үткән ҡояш нурҙары тирә-яҡты һоро төҫкә мансыны, төтөн еҫе танауҙарҙы ярҙы, бөтә нәмәгә көл ултырҙы. Мәхшәрҙе күптәр фото, видеоларға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалды. Күршеләрҙә хәлдәр яҡшынан түгел: башта Париж ҡасабаһында янғын сыҡһа, артабан төбәктең Ҡарталы, Нуғайбәк райондарында ла көслө ут ялмап алды. Ул тарафтарҙа меңәрләгән гектар майҙандар туҡтамай дөрләне, урындағы халыҡты тиҙ арала эвакуацияларыналар, райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Әлеге ваҡытта Джабык һәм Запасное ҡасабалары һуғыштан һуңғы хәлде хәтерләтә-- йорттар емерелгән, һәрәйеп месестәр генә тороп ҡалған, машиналар янған. Бөгөнгө көндә янғындар һүндерелгән, һәләкәт булған урындарҙа 600-ҙән ашыу кеше һәләкәт эҙемтәлерен бөтөрөү менән булыша. Яңынан ут ҡабынмаһын өсөн барыһы ла эшләнә. Шуныһы ҡыйын: меңәрләгән кеше торлаҡһыҙ тороп ҡалған. Улар өсөн коммерциялы булмаған ойошмалар аша аҡса йыйыу ойошторолған. Ярҙам ҡабул итеү пункттары асылған. Бәләгә тарыусылар шифахана һәм социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә урынлаштырылған. Уларға 10 мең һумдан алып 100 мең һумғаса түләү ҙә ҡаралған.
Автор:Гульдар Кадаева