Баймаҡта «Эко-Сити» төбәк операторының транспорт паркы тағы ла өр-яңы 7 берәмек техника менән тулыланды. “Экология” милли проектына ярашлы бүленгән КамАЗ машинаһы нигеҙендәге сүп-сар түгеү машинаһы заман талаптарға яуап бирә, ГЛОНАСС мониторингы системаһы менән йыһазландырылған. Техниканың кузовы 22 кубометр ҡалдыҡ тейәүгә иҫәпләнгән. Хәҙер ул райондың 92 ауылы һәм Баймаҡ ҡалаһы халҡын хеҙмәтләндерәсәк.