Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Май 2021, 11:05

Ҡоштарға ни була?

Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш бара. Биологик һәм химик препарат һиптереүсе самолеттар ауылдан 2 километр алыҫлыҡтан урынлашҡан урмандарҙы эшкәртә. Был осорҙа еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйыу, эшкәртелгән урындарҙа мал көтөү, бал ҡорттарын биләмәнән ситкә алып сығыу тыйыла.“Химик эшкәртеүҙән урман ҡоштарын, кейектәрҙе нисек ҡурсаларға?”—тип һорай гәзит уҡыусыбыҙ. Был һорауға Баймаҡ районы урмансылығы хеҙмәткәре Таһир Моталлапов яуап бирә:

Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы урмандарҙы янғын хәүефендә тотһа, икенсе яҡтан ебәк күбәләк уларҙы ҡыра. Шуға күрә лә урманды һаҡлау – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөгөн урманға сығыу тыйыла. Ҡағиҙә боҙоусыларға штраф һалына. Шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш бара. Биологик һәм химик препарат һиптереүсе самолеттар ауылдан 2 километр алыҫлыҡтан урынлашҡан урмандарҙы эшкәртә. Был осорҙа еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйыу, эшкәртелгән урындарҙа мал көтөү, бал ҡорттарын биләмәнән ситкә алып сығыу тыйыла.
“Химик эшкәртеүҙән урман ҡоштарын, кейектәрҙе нисек ҡурсаларға?”—тип һорай гәзит уҡыусыбыҙ. Был һорауға Баймаҡ районы урмансылығы хеҙмәткәре Таһир Моталлапов яуап бирә:
--Препаратты һыу менән ҡатыштырып таң менән һәм кискеһен һиптерәләр. Ҡоштарға, йәнлектәргә, кешеләргә уның кире йоғонтоһо юҡ тиергә була. Аллергия була күрһә тип кенә, халыҡҡа әлегә йөрөмәҫкә ҡушалар. Препарат япраҡтарға эләгә, уны ҡаршылауыҡ ашай һәм бер нисә көндән үлә. Ҡоштар, хайуандар был ҡаршылауыҡты ашамай. Ә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ағыулы үләнде ашап ҡырыла тип уйлау дөрөҫ түгел, улар препарат еҫен һиҙә һәм үләнде ҡапмай,--ти Таһир Замир улы.