Башҡортостанда “Экология” милли проекты сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” исемле акциялар үтә. Сибай ҡалаһының “Башкирэнерго” һәм “Стәрлетамаҡ БашРТС”-ының Сибай филиалы акцияға әүҙем ҡушылып, ҡаланы йәшелләндереүгә үҙ өлөштәрен индерҙе.
“Башкирэнерго” йәмғиәтенең экологы Инна Демидова белдереүенсә, улар “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ихлас ҡушылып, Ветерандар скверына шыршы ултыртҡандар.
--Бик кәрәкле акция. Беренсенән, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ, ата-олатайҙарҙы ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ, уларҙың батырлыҡтарына дан йырлайбыҙ. Икенсенән, ҡалабыҙ күркәмләнә,--ти йәмғиәт директоры Владимир Понаморев.
Башҡа тарафтарҙа ла акциялар үтә. Мәҫәлән, Баймаҡ мәғариф бүлеге, шул иҫәптән райондың барлыҡ мәктәп коллективтары, күпләп ағас ултыртҡан.
Людмила Ильязова һәм Инна Демидова фотолары.