АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Апрель 2021, 15:00

Үҙенсәлекле экологик проект старт алды

Сибай ҡалаһының бөтә уҡыу йорттары ла «Экология» милли проектының «Таҙа ҡала» проектына ҡушылды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Таҙа ил» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендәге сара йәштәр араһында сүп-сарҙы айырым йыйыу мәҙәниәтен тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Әлеге көндә эко-контейнерҙар ҡаланың 12-се, 8-се мәктәптәрендә һәм «Ирәндек» лицейында ҡуйылған.Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Сибай ҡалаһының бөтә уҡыу йорттары ла «Экология» милли проектының «Таҙа ҡала» проектына ҡушылды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Таҙа ил» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендәге сара йәштәр араһында сүп-сарҙы айырым йыйыу мәҙәниәтен тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Әлеге көндә эко-контейнерҙар ҡаланың 12-се, 8-се мәктәптәрендә һәм «Ирәндек» лицейында ҡуйылған.
Урында был сара йәштәр парламенты инициативаһы буйынса бер нисә йыл рәттән ойошторола. Макулатура йыйыу контейнерҙары уҡыу йорттарында һәм ойошмаларҙа урынлаштырылған.
Быйыл акцияны «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ҡеүәтләне. Депутат проекттың географияһын киңәйтеүгә булышлыҡ итте. Уҡыу йылы аҙағына ҡәҙәр бөтә белем биреү усаҡтары, социаль һәм йәмәғәт биналарға эко-контейнерҙар ҡуйыласаҡ. Макулатура йыйыуҙан килгән аҡса ҡаланы йәшелләндереүгә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын иң әүҙем йыйған ойошмаларҙы дәртләндереүгә йүнәлтеләсәк.
#ЕРРБ #ЕРБашкортостан
#нацпроекты#миллипроекттар#экология