АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Апрель 2021, 12:00

Тәртип таҙалыҡтан башлана

Тәртип таҙалыҡтан башлана. Ошо хаҡиҡәтте сибайҙар яҡшы аңлай һәм апрель башынан уҡ таҙа кесаҙналарҙы тергеҙҙе, республика буйынса уҙғарылған өмәләргә дәррәү ҡушылды. Тулыраҡ сайтта.

Тәртип таҙалыҡтан башлана. Ошо хаҡиҡәтте сибайҙар яҡшы аңлай һәм апрель башынан уҡ таҙа кесаҙналарҙы тергеҙҙе, республика буйынса уҙғарылған өмәләргә дәррәү ҡушылды.
Ер ҡарҙан асылыу менән уның аҫтында ҡыш буйы ятҡан сүп-сар өҫкә ҡалҡты. Был ваҡытта шәхси секторҙа йәшәүселәр генә түгел, тотош ҡалала тәртип булдырыу зарур. Үткән шәмбе Сибай ҡалаһының предприятие, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре биләмәләрҙә тәртип, таҙалыҡ урынлаштырыу маҡсатында күмәк өмәләргә сыҡты.
--Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы ҡарары менән 3 апрелдә урында өмә үтте. Тәүге йыйыштырыу сараһында кешеләр бик теләп ҡатнашты. Һәр кем үҙ биләмәһендә таҙалыҡ булдырҙы, ҡар өйөмдәрен ырғытты. Предприятие, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса йылдам ғына сығып, эргә-тирәһен тҙалап ҡуйҙы. Сауҙа тармағы эшселәре өмәнән ситтә ҡалманы. Территориаль йәмәғәт советтары етәкселәре ҡасабаларҙы йәшәүселәрҙе таҙалыҡ, тәртип булдырыуға алып сыҡты,-- тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының төҙөкләндереү буйынса өлкән инспектор Илгизә Яйыҡбаева.
Өмәлә дөйөм алғанда 1 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Айырыуса мәктәп уҡыусылары һәм уҡыу йорттары студенттары әүҙемлек күрһәтте. Сара барышында 140 тонна ҡар, 3 килограмға яҡын сүп-сар ситкә сағарып түгелгән. Көндәр йылыуға биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә уларҙы йәшелләндереү маҡсаты ла өҫтәләсәк. 24 апрелдә әйтәйек Йәшел Башҡортостан киң күләмле акцияһы старт ала. Һуңғы ике йылда төбәктә уҙғарылған ошо сара сиктәрендә 310 мең төп яңы ағас үҫентеләре ултыртылған.