Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Апрель 2021, 16:00

ТАҘАЛЫҠ ҺӘМ МАТУРЛЫҠ—УЛАР ҠУЛЫНДА

ҠАЛА ТОРМОШОН ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕНЕҢ ТЫРЫШ ХЕҘМӘТЕНӘН ТЫШ КҮҘ АЛДЫНА ЛА КИЛТЕРЕП БУЛМАЙ. УЛАРҘЫҢ ӨҘЛӨКҺӨҘ ЭШЛӘҮЕ ТАҘАЛЫҠ ҺӘМ ТӘРТИПТЕҢ НИГЕҘЕ БУЛЫП ТОРА.

ҠАЛА ТОРМОШОН ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕНЕҢ ТЫРЫШ ХЕҘМӘТЕНӘН ТЫШ КҮҘ АЛДЫНА ЛА КИЛТЕРЕП БУЛМАЙ. УЛАРҘЫҢ ӨҘЛӨКҺӨҘ ЭШЛӘҮЕ ТАҘАЛЫҠ ҺӘМ ТӘРТИПТЕҢ НИГЕҘЕ БУЛЫП ТОРА.

Сибай ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы ида-ралығында тик тырыштар һәм егәрлеләр генә эшләй. Шуларҙың береһе—идаралыҡтың өлкән йыйыштырыусыһы Марат Ғәйнислам улы Уразғолов һәр ҡушылған йөкләмәгә яуаплы ҡарауы, ярҙамсыл булыуы менән коллегалары араһында ихтирам яулап өлгөргән. Ул ҡалабыҙ таҙалығы һағында алты йыл хеҙмәт итә.

Марат Ғәйнислам улы тырыш хеҙмәте өсөн Сибай ҡалаһы ҡала округының Рәхмәт хаты, Ҡала округы советы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

—Беҙҙең һәр иртә ҡала халҡы уянғансы урамдарҙы, йәйәүлеләр юлын, йорт алдарын, парктарҙы һәм аллеяларҙы сүп-сарҙан таҙартыуҙан башлана. Ҡыш көндәрендә юлдарҙағы ҡарҙарҙы көрәйбеҙ, тайғаҡ ерҙәргә ҡом һибәбеҙ. Быйыл ҡар күләме үтә күп булғанға күрә, ике сменала эшләргә тура килде. Беҙҙең коллективта 28-гә яҡын кеше эшләй. Барыбыҙ ҙа бүленгән территорияларҙың таҙалығы өсөн яуап бирәбеҙ, һәр кем үҙ майҙансығын тәртиптә тотоу өсөн күп көс һала,—ти Марат Ғәйнислам улы.

Ысынлап та, иртә таңдан тирә-яҡты ялтлатып ҡуйыусы йыйыштырыусыларҙың тырыш хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡышҡыһын ҡар таҙартыусы, йәй көнө ҡаланың үҙәк урамдарын, парктарҙы матур-матур сәскәләргә күмеүсе, көҙ һәм яҙ миҙгелдәрендә кипкән япраҡ-үләндәрҙе йыйып алыусы, ғөмүмән, бөхтә мөхит һәм матурлыҡ булдырыусылар ҙа улар бит.