Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Апрель 2021, 21:15

ИЗГЕ ҠОШТАР ҠАЙТТЫ

Башҡорт мифологияһында аҡҡош — мөғжизәле сифаттарға эйә булған, кеше ҡиәфәтенә инә алған, бәндәләрҙе ҡурсалаған hәм яҡлаған, ҡояшты сағылдырған илаhи ҡош. Ул әҙәми заттарҙың тәү инәhе (атаhы) hүрәтендә кәүҙәләндерелә.“Урал батыр” ҡобайырында төп персонаждарҙың береhе Һомай — бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була. ӘЙТКӘНДӘЙ, аҡҡоштар ҡайтты. Ә былтыр 18 мартта уҡ ҡайтҡайнылар тип әйтеүселәр бар.

Аҡҡош – башҡорттарҙың изге ҡошо. Уны ауларға ярамай. Ҡарғышы ҡаты була, тиҙәр.
Башҡорт халҡының хөрәфәти ышаныуҙары буйынса, аҡҡоштар парлашып ҡына йәшәй. Әгәр ҙә ҡоштоң ишен кемдер үлтерә икән, икенсеһе, башын ҡанаты аҫтына тығып, һауанан ергә ташланып һәләк була. Башҡорттарҙың бөтөн этнографик төркөмдәрендә лә аҡҡошто үлтереү тыйылған. Уны ҡоштар батшаһы (Бөрйән районы бөрйәндәрендә, изге ҡош (Ишембай hәм Мәләүез юрматыларында, Яңауыл урандарында hәм урман-гәрәйҙәрендә), ожмах ҡошо (Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы үҫәргәндәрендә), һағышлы ҡош (Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районы йомран-табындарында), ҡарғышлы ҡош (Баймаҡ, Бөрйән районы ҡарағай-ҡыпсаҡтарында, Күгәрсен районы сәңкем-ҡыпсаҡтарында, Салауат районы мырҙаларында, ҡыр-күҙәйҙәрендә hәм түбәләҫ-ҡыуаҡандарында, Ҡыйғы районы дыуандарында, Борай районы таҙларында) тип йөрөтәләр.
Тыйыуҙы боҙған кеше мотлаҡ язаһын аласаҡ, тиҙәр. Аҡҡош үлтергән кешенең нәҫеле ҡорой, тигән ышаныу бөгөн дә киң таралған.
Ғөмүмән алғанда, башҡорттарҙың көндәлек ғәҙәттәрендә аҡҡошҡа таш бәреү, уларҙың ояһын туҙҙырыу, башҡа төрлө зыян килтереү тыйыла.
Башҡорт мифологияһында аҡҡош — мөғжизәле сифаттарға эйә булған, кеше ҡиәфәтенә инә алған, бәндәләрҙе ҡурсалаған hәм яҡлаған, ҡояшты сағылдырған илаhи ҡош. Ул әҙәми заттарҙың тәү инәhе (атаhы) hүрәтендә кәүҙәләндерелә.
“Урал батыр” ҡобайырында төп персонаждарҙың береhе Һомай — бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була.
Аҡҡош-ҡатын тураhындағы хөрәфәти хикәйәләр карел, эстон, коми, мари, манси мифологияhында киң таралған.
Кешегә хас үҙенсәлектәрҙе аҡҡоштарға күсереү ғәҙәте боронғо hинд, ғәрәп, славян, литва, немец, Скандинавия халыҡтары, француз, ирланд эпик әҫәрҙәрендә лә күҙәтелә. Боронғо төрки, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтай, ҡалмыҡ, бүрәт, монгол, хант, манси, коми, нанай, ҡытай, hинд, рус, грек, немец, дат, ирланд, Америка индеецтары, римлылар ҡиссаларында hәм маҡтау йырҙарында ла кешеләрҙең аҡҡошҡа үҙгәреү ваҡиғалары сағылыш тапҡан.
Аҡҡошто тәү әсә тип атау боронғо hинд ҡәбиләләре, Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостанда йәшәгән мунда hәм сантал ырыуҙары берләшмәhе, урта быуат ғәрәп, рус, чех, литва, норман, француз, ирланд ҡиссаларына ла хас.