Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Октябрь 2020, 16:25

Сыңғыҙҙар таҙалыҡ яҡлы

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы халҡы һуңғы арала таҙалыҡҡа иғтибарҙы арттырҙы. Бының өсөн уларға өлгө булырҙай ауылдаштары бар. Хаҡлы ялда булыусы Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар күп йылдар инде ауылдың тирә-яғын таҙалау менән мәшғүл. Уларға, шөкөр, ауылдаштары ла яйлап ҡушыла башланы. Мәҫәлән, быйыл ауыл көтөүсеһе Сирғәле Мөтәҡимов мал көткән арала Һаҡмар буйындағы ҡары-һоро ағастарҙы бер урынға йыйып яҡты. Яҙ ташҡын мәлендә әллә ҡайҙарҙан ағып килгән бүрәнә, ботаҡтар яр буйында кәмеп ҡалды. Яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Әлфиә Сирбаева үҙе тыуып үҫкән ауылға ҡайтып, бала сағы үткән Төбәк урамы халҡын өмәгә йыйҙы. Улар ҙа Һаҡмар буйын таҙаланы. Ә бына кисә йәш әсә Лилиә Сирбаева ҡыҙы Уралиәне, улы Рәмилде һәм күрше малай Азамат Усмановты эйәртеп Алсынбай тауы итәген таҙаланы.

Афарин, сыңғыҙҙар! Йәшәгән еребеҙҙең таҙалығы бары үҙебеҙгә кәрәк. Аңлап ҡабул итеүегеҙгә рәхмәт, сауаптарын күрегеҙ!
Читайте нас: