Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2020, 11:00

Таусылар скверын ҡарағайҙар биҙәй

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшселәре 5-се мәктәп уҡытыусылары менән берлектә акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылып, 25 сентябрҙә үк Таулы ҡасабаһындағы ҡалаға нигеҙ һалыусыларға арналған скверға 50 төп ҡарағай ултыртты. Бөгөн, 26 сентябрҙә, иһә Белов урамында БДУ-ның Сибай институты алдында “Фронтташ әхирәттәр” аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Яу юлы үткән-ҡатын ҡыҙҙарҙы берләштергән клуб ҡалала күптән эшләп килә. Әлеге көндә әхирәттәрҙең бер нисәһе генә иҫән. Аллеяла һәр клуб ағзаһы иҫтәлегенә алмағастар һәм миләштәр ултыртыласаҡ.

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында вайымһыҙ булмаған кешеләр, уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары ағас ултыртасаҡ. Ошо уҡ көндө “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы” акциялары сиктәрендә төп сараларҙың үткәреүе планлаштырылған.
Көҙ акцияны үткәреү осоронда республикала барлығы 600 меңдән ашыу үҫенте ултыртыласаҡ. Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
--Республиканы юҡҡа ғына “икенсе Швейцария” тип атамайҙар. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы күптәрҙе йәлеп итә. Беҙгә ыңғай тәьҫораттар алыу һәм урындағы матурлыҡ менән һоҡланыу өсөн күп туристар килә. Тәбиғәт – ул урындағы халыҡ һаҡсыл ҡарашта булған байлыҡ. Шуға республикала экологик шәмбеләрҙә ҡатнашыу һәм йәшел үҫентеләр ултыртыу абруйлы ғәмәлгә, модаға әйләнде. “Йәшел Башҡортостан” “Йәшел Рәсәй”ҙән айырыла алмай! – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән саралар үткәрелгән майҙандарҙың барыһында ла хәүефһеҙлек саралары ҡаралған: бирсәткәләр, битлектәр, ҡул йыуыр өсөн һыу, таҙартыу саралары, антисептиктар буласаҡ, социаль арауыҡ һаҡланасаҡ.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшселәре 5-се мәктәп уҡытыусылары менән берлектә акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылып, 25 сентябрҙә үк Таулы ҡасабаһындағы ҡалаға нигеҙ һалыусыларға арналған скверға 50 төп ҡарағай ултыртты.
26 сентябрҙә иһә Белов урамында БДУ-ның Сибай институты алдында “Фронтташ әхирәттәр” аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Яу юлы үткән-ҡатын ҡыҙҙарҙы берләштергән клуб ҡалала күптән эшләп килә. Әлеге көндә әхирәттәрҙең бер нисәһе генә иҫән. Аллеяла һәр клуб ағзаһы иҫтәлегенә алмағастар һәм миләштәр ултыртыласаҡ.
#нацпроекты#миллипроекты