Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2020, 22:55

ҺАЙ, АФАРИН!

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәүсе Йәмил һәм Вәзимә Үҙәнбаевтар үҙҙәренең күршеләре Мазһар һәм Гөлзәминә Салиховтар менән матур башланғысҡа нигеҙ һалған.

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәүсе Йәмил һәм Вәзимә Үҙәнбаевтар үҙҙәренең күршеләре Мазһар һәм Гөлзәминә Салиховтар менән матур башланғысҡа нигеҙ һалған. Быйыл яҙ улар Айгүл урамында урынлашҡан баҡсаларына ғаилә башлыҡтарының 60 йәшлек юбилейҙары уңайынан 60 төп ҡайын, муйыл, алмағас, ҡарағас ултыртһа, бөгөн, йәғни 24 сентябрҙә йәнә 30 төп үҫенте ултыртҡандар.
--Бөгөн Түбәнге Таулыҡай ауылында күркәм «Айгүл» аллеяһы барлыҡҡа килдҽ. Был изге эш «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 60 йәшкә 60-шар төп ағас девизы аҫтында башҡарылды. Уны Үҙәнбаев Йәмил Фирғәт улы һәм Салихов Мазһар Әбделхай улы үҙ иҫәбенә эшләне. Әле ҡатын-ҡыҙҙар баҡса рәшәткәләрен буяу эштәре менән булыша.
Ошо мәртәбәле эштә ҡатнашҡан кешеләргә оло рәхмәтемде еткерәм. Тыуған ауылдарын яратып, уның тормошонда ҡайнап йәшәүсе, һәр кемгә үрнәк күрһәткән М.Ә.Салихов менән Й.Ф.Үҙәнбаевты күркәм юблейҙары менән ҡотлайбыҙ. Уларға ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ,--ти ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов.
Беҙ ҙә ауыл уңғандарына тик маҡтау һүҙҙәре еткерәбеҙ. Мәктәп йылдарында бергә уҡып, әле күршеләр булып йәшәүсе Үҙәнбаевтар һәм Салиховтар ултыртҡан ағастар шаулап үҫер, киләсәктә уларҙың тыуған ауылдарын биҙәп ултырыр, тип ышанабыҙ һәм барса халыҡты уларҙан өлгө алырға саҡырабыҙ.
Читайте нас: