Баймаҡ районындағы“Семеновск руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылдам үҫешеүсе, социаль йүнәлешле предприятие. Әлеге көндә йәмғиәт эшселәре Көнсығыш-Семеновск һәм Йолалы ятҡылыҡтарында файҙалы ҡаҙылмаларҙы асыу менән мәшғүл. 2017 йылдан алып улар иҫке рудник базаһында эшмәкәрлеген дауам итә.
--Бында 164 кеше эшләй, уларҙың күпселеге Баймаҡ районынан. 2019 йылдың август айынан Байыҡтыу фабрикаһын төҙөү буйынса проект әҙерләнә. Ул сафҡа инһә, эш урындары 600-гә етәсәк. Фабрика төҙөү мәғдәнде республиканан ситкә сығармайынса урында эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Файҙалы ҡаҙылмалар табыу эшмәкәрлеге “Экология” милли проектына ярашлы алып барыла. Төп ҡарарҙар халыҡ менән фекер алышҡандан һуң ғына ҡабул ителә,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Әминев.—Тап ошо мәсьәлә буйынса йәмәғәт тынлауҙары үтте. Әлеге ваҡытта федераль кимәлдә уның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон асыҡлау өсөн экологик экспертиза үткәреү этабы бара. Йәмәғәт тыңлауҙарында бөтә үтенестәр ҙә иҫәпкә алынды, фабриканың үҫеш этаптары буйынса аныҡ бурыстар яңғыраны, тау сәнәғәтенең төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн әһәмиәте ҡаралды.