Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Август 2020, 18:00

Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн

Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнде.

Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнде.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был дата осраҡлы һайланмаған, тап 19 сентярҙә бөтә донъяла “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” уҙғарыла.
Мәғлүм булыуынса, был социаль программа сүп-сарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Тәбиғәт биләмәләрен, урмандарҙы, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуға ҙур иғтибар бирелә. Муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтарына акцияға әҙерлек сараларын башларға, ағас ултыртыу биләмәләрен билдәләргә, үҫентеләр, инвентарь, махсус техника әҙерләргә тәҡдим ителде.
Министрлыҡ республика халҡын экологик өмәлә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.