АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Август 2020, 11:45

Мәғдәне—ҡеүәткә, ере--халыҡҡа

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ер аҫтынан файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда сәнәғәт ҡеүәтен арттырыу менән бер рәттән тәбиғәтте һаҡлау сараларына ла айырым иғтибар бүлә. “Экология” милли, Башҡортостан Республикаһы тормош хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының “Бүленгән биләмәләрҙә бысратылған ерҙәрҙе рекультивациялау һәм санациялау” проекттары сиктәрендә бында күп кенә эштәр атҡарыла.

Ҡасабала ер ҡатламы 1930 йылда был тарафта баҡыр, цинкка бай руда табылғас та аҡтарыла башлай. Ер аҫты ҡаҙылмалары асыҡ юл менән 1970 йылға ҡәҙәр сығарыла. Шуны билдәләп китеү зарур: Бүребай мәғдән идаралығына бынан 90 йыл элек нигеҙ һалынғандан алып 2015 йылға ҡәҙәр комбинатта тау сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ерҙе рекультивациялау буйынса бер ниндәй ҙә эштәр атҡарылмай. Шуның арҡаһында тәбиғәткә ҙур зыян килә.
Әлеге көндә предприятие эшселәре тау сәнәғәте ҡалдыҡтары һеңгән ерҙәрҙе рекультивациялау менән мәшғүл. Байыҡтырыусылар фабрикаһының ҡалдыҡтар хужалығы участкаһы начальнигы И.В.Рахманғолов етәкселегендәге бригада эшселәре -- А.О.Саидов, И.Р.Туғыҙбаев, Р.А.Мананников, Р.Э.Мурзин, К.Ю.Федякин, А.В.Дяшкиндар 3-сө отвал ерлеген эшкәртә. Ир-егеттәр бысранған ерҙәрҙе геотекстиль, геомембрана ярҙамында фильтрацияға ҡаршы экран менән ҡаплай. Уйһыу урындарға геоселтәр һуҙыла, шулай уҡ бысраған ҡатлам өҫтөнә ҡара тупраҡ йәйелә.
Ҡасабаның яғыулыҡ ҡойоу станцияһынан алып элекке ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары түгелгән, әлеге ваҡытта ҡалдыҡтар һаҡланған урындың бысранған ерҙәрҙәренә лә эзбизташ түшәлә, ҡара тупраҡ индерелә.
#нацпроекты#миллипроекттар