Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Июль 2020, 15:10

Йылға-күлдәрҙе бысратмаҫҡа!

- Башҡортостандың йылға-күлдәре тирәһендә килеп тыуған проблема ял һәм туризм өсөн уңайлы булған беҙҙең төбәктең имиджын боҙа. Коллегаларҙан әлеге хәлде ҡаты контролгә алыуҙарын һәм мәлендә эффектив сара күреүҙәрен һорайым, - тине Андрей Назаров.

Бөгөн, 20 июль, Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә бәйле кәңәшмә үтте. Андрей Назаров етәкселегендә үткән видеокәңәшмәлә вице-премьер Борис Беляев та ҡатнашты.
Кәңәшмә мәлендә социаль селтәрҙәрҙә ҙур резонанс тыуҙырған мәсьәләгә лә туҡталдылар. Көндәр эҫе тороу сәбәпле, йылға-күл буйында ял итеүселәр бермә-бер артты. Улар менән бергә ярҙарҙа ҡый ҙа күбәйҙе.
- Башҡортостандың йылға-күлдәре тирәһендә килеп тыуған проблема ял һәм туризм өсөн уңайлы булған беҙҙең төбәктең имиджын боҙа. Коллегаларҙан әлеге хәлде ҡаты контролгә алыуҙарын һәм мәлендә эффектив сара күреүҙәрен һорайым, --тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һүҙҙәренә ҡарағанда, тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре биләмәләрҙә тәртип булдырыу өсөн бар көсөн һала һәм халыҡтың экологик аң кимәле күтәрелеүгә өмөтләнә.
-- Ял итеүселәр ағымы күбәйҙе, шуға ла ҡый-һай ҙа артты. Ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатында Ҡандракүл һәм Асылыкүл биләмәһендә алты бункер ҡуйылды. 20 июлдә "Ҡандракүл" тәбиғәт паркына өҫтәлмә рәүештә 80 евроконтейнер урынлаштырылған, ә "Асылыкүл" паркына 40 евроконтейнер һәм 15 био-туалет алынды, -ти Урал Искәндәров.
24 июлгә тиклем Асылыкүл янына дүрт киоск алыу ҡарала. 20 июлдән "Экология Т" төбәк операторы менән килешеү төҙөлөп, даими рәүештә - аҙнаһына 3-5 тапҡыр сүп-сарҙы сығарыу һөйләшелгән. Хәл Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.
Кәңәшмәлә шулай уҡ полигон эшмәкәрлеге тикшерелде. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле граждандар мөрәжәғәте кәмей бара.