Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Июль 2020, 19:25

ЯНА! ЯНА! ТУҠТАҒЫҘ УТТАРҘЫ...

Ғөмүмән, ут ҡотора. Һаҡ булығыҙ! Бәләкәй генә төпсөк осҡоно ла бөгөнгө ҡоролоҡта ҙур янғын сығарырға һәләтле...

ЯНА! ЯНА!
Эҫелек көслө ерҙә һыу менән ут хаҡында өндәшмәй ҡалып булмай. Йә һыу инеүселәр бата, йә тирә-яҡта янғындар көсәйә.
Баймаҡ районында ғына уҙған аҙнала 6 янғын сыҡҡан. Уларҙың барыһы ла сүп-сар, ҡоро үлән янып китеүенә бәйле, ут ҡапҡан биләмәнең дөйөм майҙаны 20 гектарҙан ашыу.
Ә Йылайыр районында ошо көндәрҙә 1,5 гектар майҙанда ут сыҡҡан. Янғынды урман хужалығы, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көсө менән көскә туҡтатҡандар.
Әле бөгөн Белорет районында урман яна башлаған. Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ут тоҡанған майҙан 3 гектарҙы тәшкил итә. Янғынды һүндереүҙә 27 берәмек техника, 100-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. "Ҡыҙыл әтәс" өйҙәргә яҡын ғына биләмәгә "ҡунған". Ярай әле, мәлендә туҡтата алғандар...
Шулай уҡ Белорет районында Тирлән урмансылығында янғын сыҡҡан... Был хәбәр янғын хеҙмәтенә бөгөн 14:29 сәғәттә алынған. Ә сәғәт көндөҙгө 3-тә Рәүәт ауылы янындағы Көньяҡ Урал ҡурсаулығында ут ҡотороуын еткергәндәр.
Ә әле генә "Подслушано Сибай" төркөмөндә Сибай Балалар ижад йорто артындағы биләмә яныуын хәбәр итеп, фото ҡуйғандар....
Ғөмүмән, ут ҡотора. Һаҡ булығыҙ! Бәләкәй генә төпсөк осҡоно ла бөгөнгө ҡоролоҡта ҙур янғынға килтереүе ихтимал.. Төрлө ҡоролмалар эргәһендә сүп-сар яндырыу кәңәш ителмәй.
Эҫелә мунса яғыуҙан тыйылып тороғоҙ, бының өсөн елһеҙ иртәнге йә киске сәғәттәрҙе һайлағыҙ. Йорттағы электр сымдарының һәм көнкүреш йыһаздарының бөтөн булыуын күҙәтеү мөһим. Күл буйына йәки урманға ял итергә сыҡҡанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Усаҡты кәрәк булғанда ғына тоҡандырығыҙ, тәмәке төпсөктәрен һүндерегеҙ, үҙегеҙҙең артығыҙҙан сүп-сар ҡалдырмағыҙ. Балаларҙы айырым контроль аҫтына алығыҙ һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Уяу булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: