Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Июль 2020, 19:50

ТӘБИҒӘТТӘН МӘРХӘМӘТ КӨТМӘ, ӘҘӘМ!

"Уф, эҫе...Күл бысраҡ...Йылға һайыҡты, йылға ҡороно.... Ағастар ҡороп бөттө, урман һирәгәйҙе...Йәйгеһен ямғыр яумай, ҡышын ҡары юҡ... Йә дауыл сыға, ҡыйыҡты алып ташлай... Ахырызаманмы икән?" һ.б. һ.б.Бына ошондай һүҙҙәрҙе һәр беребеҙ әйтәбеҙҙер. Тәбиғәткә мәрхәмәтле була белмәйбеҙ, ә тәбиғәттән бөтәһен дә таптырабыҙ.Бына ҡарағыҙ әле Талҡаҫ буйын... Ошондай әшәке мөнәсәбәттә була тороп, тәбиғәттән ярлыҡау көтәбеҙме? Бәлки, ҙур контейнер ҡуйылмаған, хужалар ғәйепле тиерһегеҙ. Эйе, уларҙа ла бар ғәйеп...Ойоштора белмәйҙәр. Инеүҙе түләүле итеп булһа ла, шул аҡсаға контейнерҙар алырға йә иһә йыйыштырыусылар ялларға булыр ине лә бит...Әммә шуныһы бар: Талҡаҫҡа бер кем дә йәйәү килмәй. Ҡыйҙы пакеттарға тейәп, багажникка һалып алырға мөмкин. Етәкселәргә ҡуйған талапты үҙебеҙгә лә ҡуйырға кәрәктер. Тәртипте үҙебеҙҙән башлайыҡ!Ата-әсәләр! Өләсәй-олатайҙар! Ул-ҡыҙҙарығыҙға өлгө булығыҙ! Үҙ арттарынан йыйырға өйрәтегеҙ! Ошо бысраҡлыҡ - һеҙ ул-ҡыҙҙарығыҙға биргән тәрбиә күрһәткесе.

"Уф, эҫе...Күл бысраҡ...Йылға һайыҡты, йылға ҡороно.... Ағастар ҡороп бөттө, урман һирәгәйҙе...Йәйгеһен ямғыр яумай, ҡышын ҡары юҡ... Йә дауыл сыға, ҡыйыҡты алып ташлай... Ахырызаманмы икән?" һ.б. һ.б.
Бына ошондай һүҙҙәрҙе һәр беребеҙ әйтәбеҙҙер. Тәбиғәткә мәрхәмәтле була белмәйбеҙ, ә тәбиғәттән бөтәһен дә таптырабыҙ.
Бына ҡарағыҙ әле Талҡаҫ буйын... Ошондай әшәке мөнәсәбәттә була тороп, тәбиғәттән ярлыҡау көтәбеҙме? Бәлки, ҙур контейнер ҡуйылмаған, хужалар ғәйепле тиерһегеҙ. Эйе, уларҙа ла бар ғәйеп...Ойоштора белмәйҙәр. Инеүҙе түләүле итеп булһа ла, шул аҡсаға контейнерҙар алырға йә иһә йыйыштырыусылар ялларға булыр ине лә бит... Әммә кешегә түләүле булһа ла оҡшамаясағы көн кеүек асыҡ. "Ниңә үҙ еремә түләп инергә тейешмен?",--тигән һорау тыуасаҡ.
Әммә шуныһы бар: Талҡаҫҡа бер кем дә йәйәү килмәй. Ҡыйҙы пакеттарға тейәп, багажникка һалып алырға мөмкин. Етәкселәргә ҡуйған талапты үҙебеҙгә лә ҡуйырға кәрәктер. Тәртипте үҙебеҙҙән башлайыҡ! Үҙ еребеҙгә һаҡсыл ҡарайыҡ!

Ата-әсәләр! Өләсәй-олатайҙар! Ул-ҡыҙҙарығыҙға өлгө булығыҙ! Үҙ арттарынан йыйырға өйрәтегеҙ! Ошо бысраҡлыҡ - һеҙ ул-ҡыҙҙарығыҙға биргән тәрбиә күрһәткесе.
Читайте нас: