Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Июль 2020, 11:05

Акцияға йомғаҡ яһалды

Сара 5 июндә старт алғайны. Унда тәбиғәт таҙалығына битраф булмаусылар ҡатнашты. Уңайлы мәл сыҡҡан һайын--эшкә китеп барғандамы, урамға йөрөргә йә йүгерергә сыҡҡандамы сүп-сарҙы ашаҡлап, вайымһыҙ үтеп китмәүселәрҙең был конкурс иғтибарын йәлеп итте.

Бөтә Рәсәй сүп-сарға ҡаршы көрәшеүселәр премияһына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан тәүге урынға сыҡты. Дүртөйлөнән Айгөл Муллағәлиева номинацияла еңеү яуланы.
Сара 5 июндә старт алғайны. Унда тәбиғәт таҙалығына битраф булмаусылар ҡатнашты. Уңайлы мәл сыҡҡан һайын--эшкә китеп барғандамы, урамға йөрөргә йә йүгерергә сыҡҡандамы сүп-сарҙы ашаҡлап, вайымһыҙ үтеп китмәүселәрҙең был конкурс иғтибарын йәлеп итте.
Рәсәйҙең 58 төбәгенән был сарала ҡатнашҡандар. Акцияға депутаттар ҙа, әртистәр ҙә, ғүмүмән, кем теләй шул ҡушылған. Айырыуса Башҡортостан, Пермь крайы, Санкт-Петербург халҡы әүҙемлек күрһәткән. Һөҙөмтәлә, 25 көн эсендә 370 литрҙан ашыу ҡый йыйылған.
--Республика халҡы акцияны хупланы, үҙенең буш ваҡытын изге эшкә арнаны, --ти "Таҙа уйындар" проектының төбәк координаторы Максим Некрасов.
Бындай саралар халыҡ араһында экологик мәҙәниәтте күтәрергә ярҙам итә. Был "Экология" милли проектының төп маҡсаты ла булып тора.

#нацпроекты
Читайте нас: