АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Июль 2020, 13:10

Ике тоҡ бәхет сисеп алған

--Кешегә бәхетте тау башындағы ағасҡа бәйләнгән сепрәк киҫәге түгел, үҙ аҡылы килтерә. Бәхетле булғың килһә Аллаһ Тәғәләгә тәүәкәллә лә, үҙең ҡыбырла. Шунда ғына һөҙөмтә булыр. Ҡайһылай анһат ҡына бәхетле булырға уйлайһығыҙ! Бына мин ошонан ғына яңы ике тоҡ бәхет сисеп алдым, шуға ла шул тиклем бәхетлемен!–тип аңлатырға тырыштым юлаусыларға.

Раушания Сабитова Баймаҡ районының Моҡас ауылы ҡыҙы. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Тыуған яҡтарына ҡайтҡан һайын тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Быйыл ғына Сабитовтар Ғәҙелша шарлауығына өс тапҡыр барған.
-- Тураташҡа күтәрелгәндә тау башындағы ағасты байрам шыршыһы кеүек итеп сепрәк-сапраҡ бәйләгәндәрен күреп йәнем әсенгәйне. Был юлы Силәбе өлкәһендә йәшәүсе инәйҙәремде алып барғанда, үҙем менән махсус рәүештә сүп-сар һалыу өсөн тоҡ, бысаҡ алып мендем һәм бахыр ағасты саҡ таҙалап алдым. Ҡый-һай тултырылған тоҡто шунда ҡалдырып тороп, шарлауыҡҡа менеп төшһәм, тағы баяғы ағасҡа теләһә нәмә бәйләп торалар.
--Нишләп бәйләйһегеҙ уны?—тип һораным, ахырҙа.
--Бәхет өсөн!--тиҙәр.
--Кешегә бәхетте тау башындағы ағасҡа бәйләнгән сепрәк киҫәге түгел, үҙ аҡылы килтерә. Бәхетле булғың килһә Аллаһ Тәғәләгә тәүәкәллә лә, үҙең ҡыбырла. Шунда ғына һөҙөмтә булыр. Ҡайһылай анһат ҡына бәхетле булырға уйлайһығыҙ! Бына мин ошонан ғына яңы ике тоҡ бәхет сисеп алдым, шуға ла шул тиклем бәхетлемен!–тип аңлатырға тырыштым юлаусыларға.
--Тәбиғәтте бысратмайыҡ, йәмәғәт! Әйткәндәй, республика буйлап күп сәйәхәт итәбеҙ. Туристар йөрөгән бөтә урмандарҙа ла шундай ялбыр “бәхет” ағастары бар. Улар үҙҙәре ялбырамаған әлбиттә, кешеләрҙең аңһыҙлығы арҡаһында сепрәк-сапраҡҡа күмелеп, йонсошоп торалар.
Киләһе юлы шарлауыҡҡа күтәрелгәндә бынамын итеп таҙалап ҡуйған ағас янына “Бер нәмәлә лә бәйләмәгеҙ! Шул үҙе иң ҙур бәхет”,-- тип яҙылған табличка алып барып ҡуйырға ниәт иттем әле.