Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Июнь 2020, 10:00

Ихата йәме--сәскә

Тирә-яҡты күркәмләндерергә теләүселәр клумба яһап сәскә сәсер өсөн тупраҡ ташыуҙы алдан хәстәрләгән. Иртә яҙҙан заявка биреүселәрҙең йорт алдарында хәҙер ромашка, петуния һәм башҡа аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра.

Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте эшселәре быйыл яҙ үҙ ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттар ихаталарына 60 тоннаға яҡын ҡара ер индергән. “Экология” милли проекты сиктәрендә һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында тирә-яҡты күркәмләндерергә теләүселәр клумба яһап сәскә сәсер өсөн тупраҡ ташыуҙы алдан хәстәрләгән. Иртә яҙҙан заявка биреүселәрҙең йорт алдарында хәҙер ромашка, петуния һәм башҡа аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра.
-- Подъездарығыҙ алдын биҙәп үҫкән сәскәләрҙе фотоға төшөрөп беҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмгә һалыуығыҙ һорала. Донъяны матурлауға өлөш индереүселәр хаҡындағы мәҡәләләр һәм фотолар мотлаҡ төркөмгә ҡуйыласаҡ,--ти “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте етәкселеге.
#нацпроекты#миллипроекттар