Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Июнь 2020, 20:35

Ҡондоҙҙар ярҙамға килгән...

Үрнәк ауылында йәйгеһен малды һуғарыу проблема булып тора, сөнки быуған быуаларыбыҙ йәйге эҫелә кибеп бөтә, ҙур йылғалар юҡ. Ә бына тәбиғәт юлын тапҡан. Ярҙамға ҡондоҙҙарҙы ебәргән....

"Хәйбулла районы Үрнәк ауылында йәйгеһен малды һуғарыу проблема булып тора, сөнки быуған быуаларыбыҙ йәйге эҫелә кибеп бөтә, ҙур йылғалар юҡ. Ә бына тәбиғәт юлын тапҡан. Үрнәктән алыҫ түгел ерҙә ҡондоҙҙар Һәйпән йылғаһын быуып, ҙур ғына һыуһаҡлағыс төҙөгән - буйы 150 метр, арҡырыға 25-30 метр тирәһе була, ә тәрәнлеге урыны менән 3 метрға барып етә. Бында ғәҙәти булмаған ҡыр өйрәктәре оя ҡорған, бәпкәләре рәхәтләнеп һыуҙа йөҙә. Үрнәк ауылынан Ҡаһарманов Фаил табан балыҡтарында алып килеп ебәргән, киләсәктә карптар ебәрәм тип хыяллана", - тип яҙалар "Бәйләнештә" социаль селтәрендә.
Үрнәктәр ҡондоҙҙар төҙөгән һыуһаҡлағыс өсөн ҡыуана ла ул, ә бына артабан ағасаҡ Һәйпән йылғаһы түбәнгә табан ҡороп ҡуймаҫмы? Ни өсөн тигәндә шундай осраҡтар Баймаҡ районында булғылаған икән. Бәләкәй йылғаның ҡапыл ҡороғанын күреп аптыранған халыҡ аҙаҡ ҡына инештең башы ҡондоҙҙар тарфынан быуылғанын белеп ҡалған... Эҫе, ҡоролоҡ йылдарында һәр кемгә һыу бигерәк тә кәрәк шул... Быйылғы йәйҙең ямғырлы булыуына өмөтләнеп ҡалайыҡ.