Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан "Хәтер баҡсаһы" акцияһы үткәрелә.
Сарала Башҡортостан урмансылары әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡ урмансылығы, мәҫәлән, беренселәрҙән булып акцияға ҡушылды һәм Белорет участкаһында 2,1 гектар ерҙә 8 мең ағас үҫентеһе ултыртты.
Акцияла ҡатнашыусылар, эпидемия хәле сәбәпле, бар хәһефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән: һаҡланыу саралары ҡулланылған, дистанция тотолған.
Ағас ултыртыуҙа "Урманды һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә алынған яңы махсус техника ҡулланылған. Ирекмәндәр ҙә акцияла теләп ҡатнашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: "Хәтер баҡсаһы" 22 июнгә тиклем ойошторола. Акцияның төп маҡсаты--һуғыш ветерандарының рухын мәңгеләштереү, 27 млн ағас ултыртыу, гражданлыҡ әүҙемлекте үҫтереү.
Фото интернеттан алынды.