Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2020, 23:30

ТАҘАЛЫҠ КӘЙЕФТЕ КҮТӘРӘ

--Таҙалағас, тыуған яҡ тәбиғәте матур булып ҡалды. Шатлыҡтан тәбиғәт ҡосағында сәскәләргә ҡыуанып фотоға төштөк,--ти улар.

Хәйбулла районы Вәзәм ауылында матурлыҡҡа ғашиҡтар йәшәй. Улар үҙҙәре тыуған һәм торған ергә һөйөү менән ҡарай. Шулай булмаһа, өмәгә сығырҙар инеме ни?
Ер ҡарҙан әрселеү менән, вәзәмдәр өмә үткәрә башлаған. Ауылдың тирә-яғын ҡый-һайҙан таҙартҡан. Күптән түгел бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар йәнә Сутыҡ мороно яғын, тау битләүен сүп-сарҙан "арындырҙы"
--Таҙалағас, тыуған яҡ тәбиғәте матур булып ҡалды. Шатлыҡтан тәбиғәт ҡосағында сәскәләргә ҡыуанып фотоға төштөк,--ти улар.
Читайте нас: