Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Апрель 2020, 19:35

АҒАСТАР УЛТЫРТЫЛДЫ

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡы ла дәррәү ҡушылды.

25-30 апрель көндөре республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үткәрелә.
Бөгөн акцияға Баймаҡ районы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Баймаҡ ҡалаһында күпләп ағас ултыртыу буйынса өмә Ленин, Әлибаев, Стахан урамдарында, С. Юлаев проспектындағы скверҙарҙа ойошторолдо.
Сибай ҡалаһында иһә акция сиктәрендә дөйөм алғанда - 1 158 ағас, ә Чайковский, Зәки Вәлиди, Бүләков, Ленин урамдарында 127 ҡарағай ултыртылды. 1 майға улар һанын 300-гә еткереү планлаштырыла.
--Ғәҙәттә, акцияға барса халыҡ ҡушыла. Коронавирус хәүеф янау сәбәпле, бөгөн башлыса Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты. Уларға администрация хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттар ҡушылды. Дөйөм эш һөҙөмтәһендә Чайковский урамы күҙгә күренеп үҙгәрҙе, -- ти ҡала башлығы.
Ҡасабаларҙа иһә саған, ҡайын, алмағас ултыртылды. Барса халыҡ үҙ биләмәһендә үҫентеләр ултыртып, акцияға ҡушыла ала.
Йылайыр районы ла акциянан ситтә ҡалманы. Район үҙәгенең Ленин урамында, мәҫәлән, йүкә, саған, шыршы ултыртылды. Вирус янау сәбәпле, акцияла ҡатнашыусылар һаны күп булмаған, әммә бөгөн районда 150 үҫенте ултыртылған.
Хәйбулла халҡы ла "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылды, өмәләп ағастар ултыртты.