Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Апрель 2020, 11:20

Урмандарҙы һаҡлайыҡ

Урман янғындарын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефонына йәки Урман һағының берҙәм федераль телефонына 8-800-100-94-00 шылтыратырға кәрәк, шулай уҡ ут сығанағын һүндереү буйынса мөмкин тиклем сара күрергә кәрәк. Шулай уҡ Google play, App Store, Windows Store аша “Урманды һаҡлағыҙ” мобиль ҡушымтаһын күсереп алып, урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкин.

“Авиалесохрана” федераль бюджет учреждениеһының Рәсәй урмандарындағы янғын хәүефе тураһындағы фаразы буйынса, Башҡортостандың урмандарында май-июнь айҙарында ут сығыу хәүефе юғары. Ғәҙәттәгесә, май-июндә халыҡ урманда ял итергә ашыға, был иһә янғын сығыу хәүефен арттыра. Шул уҡ ваҡытта ошо осорҙа урмандарҙа рекреация эшмәкәрлеген алып барыу, ял итеү, туристик туҡталҡалар ҡороу һәм башҡа эшмәкәрлек дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары менән килешеү нигеҙендә генә рөхсәт ителә. Быйыл ҡар күп булһа ла, ул тиҙ ирене, был иһә урман янғындарының иртә башланыу хәүефен көсәйтә. Урманда ут ҡабынмаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим: ут тоҡандырыу, янған шырпыны, тәмәке төпсөгөн ырғытыу, майлы йәки тоҡаныусан әйбер һеңгән сепрәкте ташлау, двигатель багына яғыулыҡ ҡойоу, төҙөк булмаған машинаны файҙаланыу, шешә йәки быяла ярсығын ҡалдырыу, ағас төбөндә, яланда, аҡланда үлән яндырыу, йәш ылыҫлы ағастар араһында, торфлы һаҙлыҡта, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үлән булған урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла. Ут яғырға тура килгәндә лә уны һуңынан тупраҡ менән күмеп йәки һыу һибеп, тулыһынса һүндерергә кәрәк. Урман янғындарын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефонына йәки Урман һағының берҙәм федераль телефонына 8-800-100-94-00 шылтыратырға кәрәк, шулай уҡ ут сығанағын һүндереү буйынса мөмкин тиклем сара күрергә кәрәк. Шулай уҡ Google play, App Store, Windows Store аша “Урманды һаҡлағыҙ” мобиль ҡушымтаһын күсереп алып, урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Һуңғы ике йылда “Экология” милли проекты аша республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған Урман янғыны үҙәгенә янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары күпләп алына. Әгәр ҙә кешеләр һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәмә, йәшел ҡалҡанды яңы техника менән ҡотҡарып алып ҡалыу еңелдән булмаясаҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: