АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Март 2020, 22:00

Умырзая сәскә атҡан

Бөгөн 31 март ҡына булыуға ҡарамаҫтан, тирә -яҡ ҡарҙан әрселеп бөтөп тә бара. Йәшел үлән морон төрткән, хатта яҙҙың тәүге сәскәләре атҡан.

Яҙ быйыл иртә килде. Бөгөн 31 март ҡына булыуға ҡарамаҫтан, тирә -яҡ ҡарҙан әрселеп бөтөп тә бара. Йәшел үлән морон төрткән, хатта яҙҙың тәүге сәскәләре атҡан. Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһынан Зилә Рәжәпова бөгөн тауға артыш йыйырға сыҡҡан. Кипарис төрөнә ҡараған мәңге йәшел артыштың меңдән ашыу сиргә дауа булыуы билдәле.
--Бөтә донъяға йәшен тиҙлеге менән коронавирус таралған мәлдә өйҙә артыш тотоу кәрәк. Күрше-фәлән инеп сыҡһа, балалар йөрөһә, уны яндырып ыҫлайым. Шулай иткәндә зарарлы микробтар үлә. Балаға күҙ тейһә лә артыш яндырып алыу артыҡ булмай, яман еҫте лә ул тиҙ тарата, -- ти Зилә Ғаяз ҡыҙы.
Тау итәгендә йөрөгәндә күп балалы әсә яңы сәскә атҡан умырзаяларҙы фотоға төшөргән. Ул шулай уҡ талғыр, әтмәкәс йыуаларын йыйған.
--Ҡояш йылыһына ынтылған тәүге сәскәләргә, йыуа, файҙалы үләндәргә донъяла барған ығы -зығы кәртә түгел. Тәбиғәт үҙенекен итә, еребеҙ йәшәрә, йәмләнә. Йәшел үләнгә аяҡ баҫҡас, беҙ ҙә бирешмәҫбеҙ,--ти Зилә Рәжәпова.