Йылайыр районы мәктәптәрендә “Экологик грамоталыҡ аҙнаһы” акцияһы сиктәрендә “Сүп-сарҙы беҙҙең менән бүл” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” исемле дәрестәр үткәрелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, дәрестәрҙең маҡсаты—көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итергә, уларҙы айырырға өйрәтеү, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләү.
Башҡортостан урман хужалығы министрлығының Йылайыр территориаль бүлеге начальнигы Сергей Никифоров уҡыусыларға ағас ултыртыу, урманды тәрбиәләү хаҡында һөйләне. Уның етәкселеге аҫтында ҡыҙҙар һәм малайҙар интерактив күнекмәләрҙе үтәне, көнкүреш ҡалдыҡтарын бүлеү алымдарын өйрәнде, мөһимлеген ҡараны, үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
—Дәрестәр Экологик календарь менән танышыуҙан башланды. “Ерҙе ҡыйлап, беҙ үҙебеҙҙең күңелде ҡыйлайбыҙ. Ә нимәгә бысраҡ күңел менән йәшәргә?”—тигән һорау беҙҙең девиз булды,—ти Сергей Никифоров.
Әйҙәүсе белгес-эксперт Ю.Н.Люляева әйтеүенсә, тәбиғәтте һаҡлауға бағышланған дәрестәрҙе уҡыусылар бик ныҡ оҡшатҡан. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарына икенсе “ғүмер” биреп булыуын һәм тирә-яҡты һаҡлауға һәр кемебеҙ үҙ өлөшөн индерә алыуын аңлаған. Хатта тәҡдимдәре, идеялары менән уртаҡлашҡан.
Сара барышында уҡыусыларға видеояҙмалар күрһәтелгән. Улар үҙҙәре өйрән-гәндәренән сығып плакаттар эшләгән. Экологик хәлдең кешелеккә бәйле булыуын аңлаған уҡыусылар киләсәктә лә тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡарар тип ышанабыҙ.
Урман хужалығы
министрлығының
матбуғат хеҙмәте.