Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Ғинуар 2019, 16:35

Йәнә 1 ай эшләйәсәктәр

Өфө табиптары Сибайҙа 1 февралгә тиклем эшләйәсәк тип планлаштырылғайны. Урындағы экологик хәлдең ҡатмарлы булыуы арҡаһында был ваҡыт оҙайтылды.

Өфө табиптары Сибайҙа 1 февралгә тиклем эшләйәсәк тип планлаштырылғайны. Урындағы экологик хәлдең ҡатмарлы булыуы арҡаһында был ваҡыт оҙайтылды.
«Табиптар бригадаһы Сибайҙа 1 мартҡа ҡәҙәр ҡабул итәсәк,—тип белдерҙе халыҡ менән булған осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм бының Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо булыуын билдәләне.
Өфө табиптары Сибайҙың өлкәндәр һәм балалар поликлиникаларында 16 ғинуарҙан алып ҡабул итә. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәйева әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр 434 кеше ҡаралған, шуларҙың 189-ы—балалар.