Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Ғинуар 2019, 16:19

Көкөрт еҫе бар әле

Сибай ҡалаһында һауа торошо ведомстволарҙың даими күҙәтеүе аҫтында тотола. Һуңғы көндәрҙә һауа торошо һалҡын тороп, ел йүнәлешен үҙгәрткәнлектән, ҡалала төтөн еҫе артыҡ һиҙелмәй.

Сибай ҡалаһында һауа торошо ведомстволарҙың даими күҙәтеүе аҫтында тотола. Һуңғы көндәрҙә һауа торошо һалҡын тороп, ел йүнәлешен үҙгәрткәнлектән, ҡалала төтөн еҫе артыҡ һиҙелмәй.
Шулай ҙа, кисә 14.00 сәғәттә алған атмосфера һауа өлгөһөндә Нуриманов урамында көкөрт диоксының күләме 3,4 тапҡырға артыуы күҙәтелгән.
Көкөр еҫе сыҡҡанда түбәндәге ғәмәлдәрҙе үтәгеҙ:
- бинала, йортоғоҙҙа һауаны дымландырығыҙ, иҙәнде йышыраҡ йыуығыҙ;
- күберәк шыйыҡса эсегеҙ;
-физик әүҙемлегегеҙҙе кәметегеҙ, тышҡа бик сығырға тырышмағыҙ;
-таҙа һыу менән күҙҙәрегеҙҙе йыш йыуығыҙ, танауығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы сайҡатығыҙ.
Экологик хәлде аңлатыу буйынса ҡала Советы депутаттары, Йәмәғәт палатаһы , Йәштәр парламенты ағзалары, территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ рәйестәре әүҙем эш алып бара. Улар карьерҙан 500 метр алыҫлығында ятҡан биләмәләрҙә—Алтын, Таулы, Көньяҡ ҡасабаларында, Рудалы урамында 628 йортта булған.