

Ҡорбан ғәйете осоронда, изге йома көнөндә Юлдыбай ауылында ғүмер кисергән МХО-ла һәләк булған ике яугир әсәһе Сәкинә Сәйфулла ҡыҙы Ишкилдинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Мәрхүмәгә бары 58-се генә йәш ине.
Улдары Алмас менән Марсель, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, илебеҙ именлеген ҡурсалап, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итәләр. Икеһе ике фронт һыҙығында утлы яу юлдарында батырҙарса һуғыша, ҡаһарманлыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Алмас, ҡаты яраланып, госпиталдә оҙаҡ ятып сыға һәм тағы хәрби хеҙмәтен дауам итә.
Ағалы-ҡустылы яугирҙәр фронтта йылдан ашыу осраша алмайҙар, ә үткән йыл яҙмыш уларға тыуған йортта бергә булыу бәхетен бүләк итә: һанаулы ғына ял көндәрен улар ҡәҙерле атай-әсәй янында үткәрәләр, һағынған туған-яҡындары менән осрашалар. Һәм тағы икәүләп фронтҡа юлланалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта улар атай йортон бөтөнләйгә ташлап китерҙәрен белмәйҙәр ине. Тиҙҙән улдарының командирҙарынан атай-әсәйҙәре бер юлы ике ҡара хәбәр ала – хәрби задание барышында Ишкилдиндар үҙ частарына әйләнеп ҡайтмайҙар, яҙмыштары билдәһеҙ ҡала. Ата-әсә, ут йотоп, көн дә фронттан яңы хәбәр көтә, көнө-төнө бәйләнештә була, яҡшыға өмөт итә. Бер көн айға торошло ваҡыт һуҙымы өйҙәгеләрҙең йөрәген өтә. Етмәһә, шул осорҙа әсәй кешенең яу ҡырында һәләк булған бер туған ағаһының ике улын, бер туған ҡустыһын алып ҡайтып ерләйҙәр. Күп тә үтмәй Ишкилдиндар ғаиләһенә лә улдарының икеһе лә һәләк булыуҙарын дәлилләгән ҡайғылы хәбәр килә. Хәҙер инде улар өсөн ғәзиздәрен алып ҡайтыуҙы көтөү мәле башлана. Оҙаҡҡа һуҙылған был осор әсәнең сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата, уның дауаханаға мөрәжәғәт итеүе йышая. Һөҙөмтәлә хәсрәт-ҡайғы менән тулы әсә йөрәге был ауырлыҡтарҙы күтәрә алмай, саҡырылған тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе тибеүҙән туҡтай. Һәр саҡ янында булған тормош иптәшенә һуңғы васыят һүҙҙәрен әйтеп өлгөрә әсә кеше: “ Улдарыбыҙҙы ҡәҙерләп ер ҡуйынына тапшырығыҙ. Мин ҡәҙерлеләремде көтөп ала алманым инде”...
Алмас менән Марсель ялға ҡайтҡанда Сәкинә Сәйфулла ҡыҙы, улдарын ҡосаҡлап, фотоға төшә һәм, фотоһүрәтте ҙурайтып, “Ике улым - ике ҡанатым” тип яҙып ҡуя. Был фото хәҙер матур иҫтәлек булып, стенала эленеп тора. Ике ҡанатһыҙ ҡалған ҡош-әсә лә осоуҙан, йәшәүҙән туҡтаны, йәне генә уның күккә күтәрелде.
Әйткәндәй, яҡын туғаныбыҙ Сәкинә (атайыбыҙҙың бер туған һеңлеһенең ҡыҙы) сабый саҡта уҡ йәшәү менән үлем араһында ҡалған ине. Ул саҡта ғаилә Иҫке Яҡуп ауылында йәшәй ине, өйҙәре Һаҡмар буйындағы бейек ҡая башында булды. Балалар коляскаһында ятҡан бәләкәй Сәкинә шул ҡаянан яҙғы мул һыулы Һаҡмарға осоп төшә һәм ағып китә. Әсәһе, Зәкиә апай, һалҡын һыуға ташланып, батып барған балаһын үлем тырнағынан йолоп ала. Һуңынан Байбактиндар ғаиләһе Япарһаҙға күсеп сыға. Буй еткергәс, Сәкинә Юлдыбай егете Ислам Ишкилдингә кейәүгә сыға, быйыл майҙа уларҙың никахына 40 йыл тулды, ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр.
Илебеҙгә батыр йөрәкле улдар, хәрби анттарына тоғро яугирҙар биргән әсәне оло хөрмәт менән бар ауыл һуңғы юлға оҙатты. Юлдыбай халҡының ошондай ауыр мәлдә берҙәм булыуы һоҡландырҙы. Көндөң ямғырлы булыуына (тәбиғәт тә гүйә иланы) ҡарамаҫтан, зыярат тулы кеше булды. Дин әһеле Данияр Байназаров мосолман ҡанундары буйынса тәғәйен ғәмәлдәрҙе ихлас башҡарҙы. Изгелек, мәрхәмәтлек күрһәткән барлыҡ кешеләргә мәрхүмәнең туғандары исеменән оло рәхмәтемде еткерәм. Илебеҙгә тыныслыҡ, йорттарыбыҙға, ғаиләләребеҙгә именлек, бәрәкәт теләйем.
Ильяс Такалов.
Сығанаҡ: https://aulut.ru/news/common_material/2026-06-23/yu-altyu-4728044