АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль 2022, 22:50

90 йәшен тултырҙы

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы ағинәйе Зифа Хажмөхәмәт ҡыҙы Рамазанова оло юбилейын, 90 йәшен билдәләне. Бала сағы ауыр һуғыш йылына тура килгән, етемлекте үҙ иңдәрендә татыған,барлыҡ ауыр эштәрҙе үҙ елкәһендә йырып сыҡҡан оло йөрәкле кеше ул Зифа инәй.

90 йәшен тултырҙы
90 йәшен тултырҙы

Ихлас, изге күңелле, алсаҡ, йомарт инәйҙе Билал ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы, Һаҡмар ғәзите баш мөхәррир урынбаҫары Азамат Салауат улы, ауыл старостаһы Марат Көсөкбай улы,ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сания Әхмәтзия ҡыҙы ҡотланы. Ауылдаштары өсөн абруйлы инәй, балалары өсөн яратҡан әсәй, иң хөрмәтле кеше лә ул Зифа инәй. Тормошҡа, ғүмереңдең һәр миҙгеленә һөйөнөп, изгелектәр күреп, именлектә - һаулыҡта туғандарың араһында бәхеткә сорналып, шатлыҡ - ҡыуаныстарға төрөнөп, бәрәкәтле тыныс тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева